

Йоҡоһоҙлоҡтоң сәбәбе –
Карауат шығырлауы.
Шул карауат аҫтарында
Бер сысҡан дығырлауы.
Үҙе ятҡан урын түгел,
Ыспальныйҙа карауат.
Карауатта ятып йоҡлай
Килен менән Салауат.
Төндә сысҡан ҡыштырҙауын
Әллә ишетмәй йәштәр?
Шығылау-дығырлауҙарҙан
Буталып бөтә төштәр.
Әбей аңдый килен-улдың
Өйҙән тышҡа сыҡҡанын.
Унан саба ыспальныйға
Тотор өсөн сысҡанын.
Аҫтын өҫкә килтерһәң дә,
Яуызды нисек тотмаҡ?
Тота килеп эләгергә
Сысҡан түгел шул ахмаҡ.
Ҡайҙа инде сысҡан тотоу?!
Алырға кәрәк бесәй.
Төндә йәнә «шағыр-шоғор»
Һәм кинәт... «үләм, әсәй!»
Яуыз сысҡан яһиллаша –
Тынғы бирмәү етмәгән!
Әллә инде киленкәйҙең
Ботҡынайын тешләгән?
«Балаҡайҙар, бүлмәгеҙҙә
Бер сысҡан йәшәп ята,
Төндәр буйы шағыр-шоғор
Нимәнелер ҡыйрата?!..»
Сәрби әбей һөйләгәндә,
Тегеләр ҡалды ҡатып.
Бер-беренә серле генә
Ҡараштар алды атып.
«Ярар, әсәй» тине улы,
Беҙ тоторбоҙ сысҡанды.
Тиҙ арала алыштылар
Карауатҡа диванды.
Әбей хәҙер тыныс йоҡлай,
Өйҙән юғалғас «сысҡан».
Өҫтөндә фил аунаһа ла,
Һис шығырламай диван.
Бына шулай, һәр осраҡта
Шығырлаһа карауат,
Уйла, дуҫым, бер ғәйепһеҙ
Меҫкен сысҡан винауат.