+19 °С
Облачно
Шиғырҙар
15 Июня , 11:25

Салауат ӘБҮЗӘР ИКЕ ТӘКӘ

Был әкиәт тыумағандыр инде тиккә:Бер күперҙә осрашҡан, ти, ике тәкә.Мөгөҙҙәрен-мөгөҙҙәргә терәгәндәр,Бер-беренә сығырға юл бирмәгәндәр.

Салауат ӘБҮЗӘР ИКЕ ТӘКӘСалауат ӘБҮЗӘР ИКЕ ТӘКӘ
Салауат ӘБҮЗӘР ИКЕ ТӘКӘ

Береһе әйткән: “Мин бит һинән көслө, тигән, –
Һин минеңә ғүмер буйы үсле, – тигән.
Икенсеһе: “Аяҡ баҫма минең ергә!” –
Һәм ташланған уның менән һөҙөшөргә.

Эй һөҙөшә ике тәкә бер күперҙә,
Иң беренсе тейеш, тиеп, кем үтергә...
Нисек бөтөр?.. Аҡылы бар һиҙә инде...
Ни әйтәһең – икеһе лә кәзә инде...

Фото: pikabu.ru

Автор:
Читайте нас