+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
18 Июнь , 06:20

Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА ЯМҒЫР

Нимә тимә, яратам минКөндәрҙең йонсоуҙарын.Көндөң йонсоуҙары баҫаКүңелем тонсоғоуын.

Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА ЯМҒЫРЗөлфирә ҠАРАҒУЖИНА ЯМҒЫР
Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА ЯМҒЫР
Нимә тимә, оҡшай миңә
Быҫҡаҡлап яуған ямғыр.
Ҡойма ямғырға ҡыуанам,
Ямғырҙар әлдә тамғыр.
Нимә тимә, ләззәт бирә
Ҡояшлы йәй ямғыры.
Ләйсән һылыу һыуға барһа,
Көйәнтәләп йәйғорон.
Нимә тимә, яратам мин
Ямғыр, ямғыр, ямғырын...
Ямғырҙан алған ләззәттең
Тамғыр, тамғыр, тамғырын...
Ямғырын.
Автор:
Читайте нас