+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
25 Июнь , 09:15

Ирҙәр илағанда

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Күҙ йәшегеҙ тыймағыҙсы, ирҙәр,Сабырһыҙлыҡ түгел был илау.Донъя иңгә һалған яҙмыштарҙыңСараһыҙлыҡтарын ул аңлау. Өлөшөңә төшкән өмөтһөҙлөкЙәнгә таштар булып өйөлә.Былай ҙа бит ир-ат башҡаларғаҺиҙҙермәйсә яңғыҙ көйөнә.

Ирҙәр илағандаИрҙәр илағанда
Ирҙәр илағанда

Ирҙәр илағанда оялтмағыҙ,
Йыуатмағыҙ мәле етмәйсә.
Күктәр күкрәр, ерҙәр тетрәр хәсрәт,
Ауырлыҡтар үтеп китмәйсә.

Ирҙәр ҙә бит таштан яралмаған,
Улар ҙа бит әсә балаһы.
Уларға бит иңгә төшкән йөгөн
Ғүмер буйы һөйрәп бараһы.

Һаран күҙ йәштәрен һөрткән саҡта
Илаҡ тимәгеҙ һеҙ уларға.
Таштай ҡатмаҫ өсөн йөрәктәре
Ирҙәргә лә кәрәк иларға.

Автор:
Читайте нас