+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
26 Июнь , 05:45

Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН ШАЙТАН-КӘЗӘ

Мунса яҡтым ялдар еткәс,Яңы минлек ебеттем.Шатлығына сыҙай алмай,Минең хәләл ефетем.

Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН ШАЙТАН-КӘЗӘЙәмил ҠОТЛОГИЛДИН ШАЙТАН-КӘЗӘ
Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН ШАЙТАН-КӘЗӘ

Эҫе мунсаға бармайым,
Сөнки башым әйләнә.
Эҫеһенә түҙер инем,
Барһа,ҡатын бәйләнә.

Үҙе генә китте ҡатын,
Сабынырга кинәнеп.
Аҙ ғына ла торманы,
Ҡайтып керҙе енләнеп.

-Үҙең бар-ти, миңә ҡатын, -
Унда мөгөҙлө шайтан.
Башҡа аяҡ баҫмайым,-ти,
-Хәҙер, әсәйгә ҡайтам...

Үҙем ҡурҡам… Ә шулай ҙа
Булдым барып ҡарарға.
Үҙ алдыма һөйләнәмен:
-Ҡурҡма, Йәмил, юҡ-барға.

Барып керһәм мунсаға,
Тора унда кәзәкәй.
Уны күреп ҡурҡышымдан,
Иҫкә төштө әсәкәй.

Кәзә-шайтан керер тип
Кем генә һуң уйлаған.
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән
Бер минлегем ҡалмаған

… Мунса яҡтым ялдар еткәс,
Инербеҙ тип парлашып.
Бер шайтан-кәзә тиеп,
Ултырмайыҡ талашып,
Самауырҙан сәйҙәр эсеп,
Ултырайыҡ ярашып.

Фото: shedevrum.ai

Автор:
Читайте нас