

Барып керҙем көс хәл менән,
Торам регистратурала.
Сәй эсергә тотондолар
Онотоп минең турала.
Байтаҡ ваҡыт баҫып торҙом,
Бер кем юҡ, аптырайым.
Кире генә ҡайтыр инем,
Иҫ киткес ҡалтырайым.
Бер аҙҙан ебәрҙеләр
Докторға, кабинетҡа.
Инде килеп еттем тиһәм,
Ул да киткән обедҡа.
Күҙ алдарым ҡарайҙы,
Тубыҡландым иҙәнгә,
Шул арала килеп сыҡты
Бер ҡатынҡай биҙәнгән.
Алып керҙе кабинетҡа:
-Бер күҙеңде яп, -тине, -
Был хәрефтәр араһынан
"Б" хәрефен тап, тине.
Күҙең бер ни күрмәй»,- тип,
Сығарҙы мине ҡыуып.
Сығып ҡына ауам тиһәм,
Йөрөйҙәр иҙән йыуып.
Иҙән йыуған һылыуы ла
Мине ташланы әрләп,
Аяҡ кейемен сис, тигәнгә
Башым китте мәңгерәп.
Ни эшләргә белмәйем,
Ҡайҙа ғына керәйем,
Бер ауыртҡан башҡайымды
Ҡайҙа икән терәйем?
Йөрөй торғас бер мәлде
Бер ишектән мин керҙем,
Вәт, исмаһам был бүлмәлә
Күрмәгәнемде күрҙем.
Ултыртып тороп ҡуйҙы
Креслоға был ағай,
Ауыҙымды астырып
Минең тештәрҙе һанай.
Эләктерҙе бер заман,
Минең төпкө тешемде,
Аҡырам бигрәк яман
Өнөммө был төшөммө?
Бынан да тере сыҡтым,
Тик төшмәй температура,
Ҡарап тормай тура керҙем
Бер бүлмәгә туп -тура.
Был бүлмәгә кергәнгә
Һөйөнгән булам үҙем,
Бында кергән бәндәләргә
Бирһен Хоҙайым түҙем.
Һуҙып һалды был ағай
Ҡулда ниҙер ялтырай,
Минең инде башым түгел,
Йөрәккәйем ҡалтырай.
Ыштаныңды һал, ти был
Ҡулына тотҡан бысаҡ,
Ҡара тирҙәргэ сумып
Сығып һыҙҙым бынан саҡ.
Мин йүгереп ҡайтҡансы
Төшкән бит температура,
Тик нишләптер тештең төбө
Аҙыраҡ һыҙлап тора...