

Бишмәтеңде һалып тор,
Ҡапҡыла күстәнәстән.
Сәскә тажыңды сисмәй
Ултыра бир йәнәштә.
Ҡайҙа китеп бараһың,
Яғайым әле мунса.
Сабынырбыҙ миндектең
Балдары ҡойолғанса.
Ситегеңде ҡуйып тор,
Ана, шыжлай самауыр.
Килгән элек ҡабаланған
Ҡунаҡҡа ярау ауыр.
Ҡайҙа сығып бараһың
Тәмләмәйсә ҡаҡ итте?
Ҡәҙер итеп өлгөрмәнем
Июнем ҡайтып китте…