

Күркә дуҫы ялҡау ине,
Нарцисс инде торғаны.
Уҡыуға ла бик булмағас,
Ҙур пландар ҡорманы.
Тик нимәлер берләштерҙе
Ошо йән эйәләрен.
Бәндә гүргә инмәй, ти бит,
Күрмәй күрәһеләрен.
Кандидатский яҡларға
Ваҡыт еткәс Тауыҡҡа,
Ғилми эше юҡҡа сыҡты –
Яҡтылар, гүйә, утҡа.
Тауыҡ хафаланды, янды,
Юғалғанға хеҙмәте.
Сәмәй менән баҫтырҙы ул
Дөрләп янған йөрәкте.
Күркә лә бик ныҡ борсолдо
Тауыҡ иптәше өсөн.
Көмөшкәһен ҡойоп торҙо,
Йәлләмәне һис көсөн.
Сәмәй үҙенекен итте –
Тауыҡ сиргә һабышты.
Күркә, хәстәрлек күрһәтеп,
Һары йортҡа һалышты.
Тауыҡ ятҡас больницаға,
Табылды ғилми эш тә.
Фәндә хәҙер бик ҙур әһел –
Тауыҡтың дуҫы Күркә.
Алтын тирәсле күҙлеген
Томшоҡ өҫтөнә элеп,
Йөрөй шулай ҡупыҡ Күркә,
Үҙен ҙур ғалим күреп.
Фото: shedevrum.ai