

Хужалар эшсән кешенең
Хәл-әхүәлен белеп тора,
Халыҡ өсөн өҙгөләнеп,
Өтәләнеп, үлеп тора!
Депутаттар ташламайҙар
Ауылдарын, ҡалаларын,
Сит илдәрҙә йәшәтмәйҙәр
Ғаиләһен, балаларын.
Улар һәр саҡ закондарҙы
Халыҡ өсөн яйлап тора.
Донъя гөрләп,
Мул тормоштан,
Изгелектән ҡайнап тора!
Вәғәҙәләр һәм наказдар
Тороп ҡалмай һүҙҙә генә.
Иң юғары эш хаҡы һәм
Ҙур пенсия – беҙҙә генә!
Автопром, етеҙ үҫешеп,
Уҙып китте барыһын да –
"Мерседес"тар сүпкә ҡалды,
Беҙҙең "Жигули" янында!
Кешеләрҙе ярлы, байға
Һис айырып ҡарамайҙар.
Чиновниктар алдамайҙар,
Банктар ҙа таламайҙар!
Яхталар, мәрмәр Һарайҙар,
Түгел һис тә байлыҡ өсөн –
Барыһы ла беҙҙең өсөн,
Кеше өсөн, халыҡ өсөн!
Отчёттар ҙа дөрөҫ беҙҙә,
Бер кем яҙмай булмағанды.
Бай әҙәмдәр, тәүбә итеп,
Кире бирә урлағанды!
Ил байлығын дивидендлап,
Тигеҙ бүлеп тараталар,
Күп кешеләр ул аҡсаны
Алырға ла баш тарталар.
Милләттәрҙе сортҡа бүлеп,
Бер-беренә ҡотортоу юҡ,
Үҙ ҡарашыңды әйтһәң дә,
Төрмәләргә ултыртыу юҡ.
Оло аҡыл эйәһе бит
Һәр Етәксе, һәр Хужабыҙ –
Ерҙә Ожмах яһар өсөн
Бергәләшеп пыр туҙабыҙ!
Ялған түгел был һүҙҙәрем,
Дөп-дөрөҫөн әйтеп бирҙем –
Ошондай камил тормошто
Бөгөн генә төштә күрҙем!..