+17 °С
Ясно
Шиғырҙар
2 Июля , 10:15

Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН ЭХ, ЗАМАНА

Урам буйлап йөрөп ята Хужаһыҙ, яңғыҙ бер эт. Көскә атлап барған этте Һауанан күҙләй бөркөт.   Береһе ерҙә, береһе күктә –Аҙыҡ табыу ысулы. Ундай яңғыҙ йөрөгән эттәр Һәр ауылда туп-тулы.

Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН ЭХ. ЗАМАНАЙәмил ҠОТЛОГИЛДИН ЭХ. ЗАМАНА
Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН ЭХ. ЗАМАНА

Хәҙер эттең кәрәге юҡ,
Байып шашына халыҡ.
Ике метр ҡойма ҡуя,
Ҡалдырмайса бер ярыҡ.

Һәр бер йорт алдарында
Камералар ҡуйылған.
Кәртәнең ярығынан
Сыға алмай хатта йылан.

Эттәр хәҙер бөтөп бара,
Өргән тауыштар һирәк.
Эт урынына камеранан
Кеше ултыра, ҡарап.

...Эх, замана, бик үҙгәрҙе –
Ҡайҙа барып терәлер?
Уттар һүнһә был донъяла,
Кеше эт булып өрөр!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас