

Күмәс эсенә йөҙ ризыҡ
Һалып сығыу ҡат-ҡатлап -
Көрәк тишкән ауыҙ кәрәк:
Яңағың ҡуйыр сатнап.
Милли аҙыҡ, фи, иҫкелек,
Уларҙы ят аш ота:
Беҙ бит хәҙер әллә кемдәр,
Беҙ бит хәҙер "ойропа".
Яңыса туйыналар ҙа,
Тик файҙаһы икеле:
Һимерәләр, ябығалар,
Гармун тартҡан шикелле
*Ойропа - Европаның нимессә әйтелеше
Сығанаҡ: ИМАНЫ НЫҠТЫҢ - МИЛЛӘТЕ НЫҠ