+16 °С
Облачно
Шиғырҙар
4 Августа , 15:10

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Һәр кем үҙенсә йәшәй

Берәү гел «кәрәк» тип йәшәй,Ә берәү шөкөр итә.Был донъяла һәр кем шулайҮҙенсә ғүмер итә.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Һәр кем үҙенсә йәшәйЗөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Һәр кем үҙенсә йәшәй
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Һәр кем үҙенсә йәшәй

«Кәрәк» тигәндең күбеһе
Тормошта һис кәрәкмәй.
Йыйып өйрәнгән кешегә
Һәр ваҡыт ниҙер етмәй.

«Шөкөр» тигән, риза булып,
Ҡабул итә барыһын.
Өйөнә ингән ҡунаҡ менән
Бүлешә һуңғы ҡабымын.

«Кәрәк» тиеп йәшәгәнгә
Мал да, даны ла етмәй.
Шөкөр иткән табынында
Бер ҡасан ризыҡ бөтмәй.

Фото: shedevrum.ai

Автор:
Читайте нас