+14 °С
Дождь
Шиғырҙар
5 Августа , 06:10

Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА ЯҺАЛМА ЗИҺЕН

Шундай заман килде: кешеНи хәл итһен, ни тиһен?Бар донъяны баҫып алдыТеге яһалма зиһен. Уҡыта ла, өйрәтә лә,Төплө итеп аңлата.Моғайын, берәй ерендәБик ҙур аҡыл, аң ята.

Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА ЯҺАЛМА ЗИҺЕНРәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА ЯҺАЛМА ЗИҺЕН
Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА ЯҺАЛМА ЗИҺЕН

Анализлай, диагнозлай
Һығымтаһы теп-теүәл.
Ошоларҙы күреребеҙ
Башҡа инмәне әүәл.

Поездарға юлдар аса,
Самолеттар осора.
Уйлаһаң, йәшәп ятабыҙ
Хәтәр ҡыҙыҡ осорҙа.

Хаталарыңды төҙәтә
Күреп ҡалып тиҙ генә.
Ғөмүмән, хайран ҡалырлыҡ
ЯЗ-ның тиҙлегенә.

Ҙур аҡылы өҫтәүенә
Күп уның һәләттәре.
Шиғыр яҙа, көй сығара
Был Ғәли йәнәптәре.

Һүҙ ҙә юҡ, яһалма зиһен,
Еңеләйттең тормошто.
Шулай ҙа хәүеф һиҙгәндәй
Минең күңел торошо.

Хис-тойғоло йөрәгең юҡ,
Шуға ла һин яһалма.
Беҙҙе – кешеләрҙе генә
Һин йөрәкһеҙ яһама!

Фото: android-igry.ru

Автор:
Читайте нас