

Тыйнаҡтарға көн юҡ беҙҙә,
Әрһеҙ булырға кәрәк…
Суҡынып китһен донъяһы,
Ғәмһеҙ булырға кәрәк!
Мөләйемлек кәрәк түгел,
Ҡырыҫ булырға кәрәк.
Нескә күңел менән ауыр,
Ҡорос булырға кәрәк.
Моңлоларға йәшәү ҡыйын,
Моңһоҙ булырға кәрәк.
Тиҙерәк байып ҡалыр өсөн
Ҡомһоҙ булырға кәрәк.
Баҡыр булһаң да, мөнбәрҙә
Алтын булырға кәрәк.
Беҙҙең халыҡ ышана ул –
Болтун булырға кәрәк.
Кеше төҫлө йәшәйем, тиһәң,
Ҡараҡ булырға кәрәк...
Кәрәк, ләкин аҙыраҡ ҡына
Һағыраҡ булырға кәрәк.
Ғөмүмән, шәп кешеләрҙән
Йыраҡ булырға кәрәк.
Иң һәйбәте был донъяла –
Дурак булырға кәрәк!
Ә мин дурак булалманым,
Бик аңлайым, бик тә кәрәк!
Ләкин дурак булыр өсөн
Баш етмәй – аҡыл кәмерәк…
Роберт Миңнуллин.
КЕШЕ ӘЛЛӘ
НИСЕК ОҪТА БУЛА
Кеше әллә нисек оҫта була,
Көнләп үҫә, йыллап үҫәһен.
Бөйөк ҡаҙанышҡа тиңләттерә
Бер сүп кенә хеҙмәт киҫәген.
Донъяға һыймайҙар.
Кәрәк булһа,
Бөрсә кермәҫ ергә һыялар.
Себендән ваҡ йылғыр был заттарҙы
Филдән өҫтөн итеп ҡуялар.
Ҙур исемдәр менән нарыҡлайҙар,
Орден, миҙал, фатир бирәләр...
Һаташыуҙан айнып, был яҡҡа ла
Күҙ һалығыҙ, иптәш түрәләр!..
Вәлит Илембәтов.