+14 °С
Облачно
Шиғырҙар
14 Сентября , 09:15

ҺҮҘ – ХАЛЫҠ ШАҒИРЫНА!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайға – 85 йәш! Ғәҙеллек һағында тороусы Ҡәҙим дуҫ! Һиңә оҙон ғүмер, ижад ҡомары, һаулыҡ, шатлыҡ теләйем! Ҡотлау менән – Һәнәк ағайың ҺАПҺЫҘ ҠАРА БАЛТА Һапһыҙ ҡара балтаТабып алды хужа.Хәҙер бөтә эштеШул балтаға ҡуша. Кәңәшмә-йыйынғаХужа үҙе бармай.Һапһыҙ ҡара балтаБар йомошҡа ярай. Ул арымай. УғаАрырға ярамай.(Ауырырға ярамай!)Утынын да яра,Һыйырын да һауа,Һарығын да ҡарай,Кәзәһен дә тарай… Һапһыҙ ҡара балтаңБулһа был тормошта,Ерҙә гел йәшәрһеңРәхәтлек ҡормошта.  

ҺҮҘ – ХАЛЫҠ ШАҒИРЫНА!ҺҮҘ – ХАЛЫҠ ШАҒИРЫНА!
ҺҮҘ – ХАЛЫҠ ШАҒИРЫНА!

АУРА

Донъя күпме бөжәктәрҙән тора!
Ерҙә күпме бөжәк үжәте?!
Былары тик күҙгә күренгәне,
Күренмәгәне бар бөжәктең.

«Микромир» тип исем дә тапҡандар,
Микроэлементтар йәғни ҙә.
Былар инде бөжәк ише түгел,
Күҙ артында ғәжәп шәп икән! –
Бар нәмәне ашай: кейем, ағас,
Ташты, көлдө, хатта тимерҙе...
Ул материаль донъя.
Ә тормошта
Әйтәләр бит: «Йәнен кимерҙе...»
Эйе-эйе, күренмәҫтән генә
«Кимереүсе» йәнгә ҡаҙала.
Уны инде башҡа исем менән
«Аура» тигән булып атайҙар.
«Аураһы эй ауыр шул әҙәмдең,
Эргәһенә килер әмәл юҡ!» –
Тигән һүҙҙе ишетһәгеҙ әгәр,
Төҙәтергә һис бер ғәмәл юҡ.
Ундай әҙәм менән бер һөйләшеү –
Әллә ниндәй михнәт, ыҙа ла;
Ундайҙарҙың аураһы бик ауыр,
Гүйә, йәнгә уҡтар ҡаҙала.
Ундай бәндә – тере яза ла!

МАҠТАУ ҠАҒЫҘЫ

Төрлө була маҡтау ҡағыҙҙары,
Беләм улар бер иш түгелен.
Араһында береһен тотҡан һайын
Һалҡынайып ҡала күңелем...
Һөйләгәндәреңә ышанырға
Арабыҙҙа ярай тиле юҡ.
Ялғаныңды асып һалыр ине,
Ҡағыҙыңдың ғына теле юҡ.
Һиҙмәйһең дә телең һөйләгәнде
Тапшырғанда Маҡтау ҡағыҙын.
Ярандарың ятып тыңланылар
Һеләгәйҙәрен үк ағыҙып.
Түрәлек һәм ике йөҙлөлөк гел
Уҙышалар һиндә үҙ-ара.
Эстән хурлап, тыштан маҡтайһың да,
Һинең өсөн ҡағыҙ ҡыҙара.
Эске тарлыҡ менән
Тар эслелек –
Бәләңдең төп башы, нағыҙы.
Һинең ҡулда Маҡтау ҡағыҙы ла –
Йәнде үртәр хурлау ҡағыҙы...
Шуны алам...
Һинән – һуңғы ҡағыҙ,
Асылыңды асты аныҡлап.
Ул иҫтәлек булыр – булмышыңа,
Ниндәйлегеңә бер танытма...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас