+20 °С
Облачно
Шиғырҙар
16 Сентября , 07:10

Фәнис ЯРУЛЛИН

Фани донъя менән баҡый донъя Беҙҙең йәндәр аша тоташҡан. Тәүбә юлын үтеү кәрәк тәүҙә Арыныр өсөн ҡылған гонаһтан.

Фәнис ЯРУЛЛИНФәнис ЯРУЛЛИН
Фәнис ЯРУЛЛИН

Тәүбә юлы — оҙон, ҡатмарлы юл,
Еңеү кәрәк элек үҙеңде.
Мунса ғына паҡландыра алмай
Гонаһтарға батҡан күңелде.

Бер гонаһһыҙ кеше юҡтыр ерҙә,
Фани донъя табына байлыҡҡа.
Ә байлыҡ ул күберәк булған һайын
Тарта кешене бысраҡ һаҙлыҡҡа.

Ғүмер ҡыҫҡа, һиҙелмәй ҙә үтә,
Ваҡыт ҡалмай тәүбә итергә.
«Туҡтайым!» тигәс кенә хәбәр килә
Баҡый донъяларға китергә.

Ҡала байлыҡ, ҡала үкенестәр,
Ҡала эшләнмәгән яҡшылыҡ,
Ҡала тағы ҡылынмаған тәүбә,
Ҡәбер таштарына баҫылып.

Автор:
Читайте нас