

Булғаны бар: һуңғы телемемде биреп,
Ас ҡайттыҡ, тип килә хәбәре.
Түрҙәремдә йоҡлап, аҙаҡ әйтә:
"Сүпкә тулы ине иҙәне."
Аштар биреп таштан ауыҙ итәм,
Изгелеккә көтәм яуызлыҡ.
Шуғалыр ҙа һуңғы араларҙа
Күңел ишегемдә бик - ябыҡ.
Кеше ҡапҡаһына юлың төшһә
Ярҙам һорап йәки көн ҡалып,
Ғәйбәт түгел, рәхмәт төшһөн телдән,
Ғәйбәт һөйләү үҙе мең яҙыҡ.
Тик яҡшыға асам ишегемде,
Ямандарҙан Аллаһ һаҡлаһын.
Үткер күҙле, оҙон телле "дуҫтар"
Бер үк кенә ишек ҡаҡмаһын
Һәм көндәре миңә ҡалмаһын...