+16 °С
Облачно
Шиғырҙар
24 Сентября , 06:40

Айзилә МОРТАЕВА Әбейҙәр сыуағы

Ҡушъяулығын сөйөп бәйләп, Бишмәт кейеп көрәндән Затлы, бәҫле ҡоҙағыйҙай Әллә ҡайҙан һөрәнләп, Һыу буйында муйылағас Таған - усаҡ янында, Өйөрөлөп-сөй(ө)рөлөп, Ҡунаҡ йыя табынға.

Добавить в предпочтительные источники Google
Айзилә МОРТАЕВА Әбейҙәр сыуағыАйзилә МОРТАЕВА Әбейҙәр сыуағы
Айзилә МОРТАЕВА Әбейҙәр сыуағы

Үҙе кеүек, эй, зиннәтле
Серҙәш әхирәттәре.
Күҙҙең яуын алып тора
Ҡыршаулы күлдәктәре!

Сағыу саған, алтын ҡайын,
Мәңге йәш йәшел шыршы.
Хозурланып ҡарап торам
Фиғелдәре, һай, ҡупшы!

Бар тарафта алтын туй бит -
Ҡояш-нур һәр ҡыуағы.
Үҙ баһаһын белеп балҡый
Әбейҙәрҙең сыуағы!!!

Автор:
Читайте нас