+16 °С
Облачно
Шиғырҙар
28 Сентября , 10:55

БҮЛӘК БУЛЫР ЕҢЕҮ СӘСКӘҺЕ

Ниндәй һүҙҙәр әйтеп йыуатайымЯуға киткән һалдат әсәһен?Балаларын, туған, дуҫтарынНиндәй һүҙ әйтеп йыуатайым?   Сал сәсеңдән һөйөп кенә үбеп,Һаҡ ҡағылып маңлай һырыңа.Көйләр инем һөйөү тулы моңдо,Юҡ икән шул ундай моңо ла!

Добавить в предпочтительные источники Google
БҮЛӘК БУЛЫР ЕҢЕҮ СӘСКӘҺЕБҮЛӘК БУЛЫР ЕҢЕҮ СӘСКӘҺЕ
БҮЛӘК БУЛЫР ЕҢЕҮ СӘСКӘҺЕ

Таңғы ысыҡ менән йыуһам әгәр,
Һағыш тулған йәшле күҙҙәрен.
Тоҡандырыр өмөт күңелендә,
“Улың ҡайтыр!” – тигән һүҙҙәрем.

Минән генә торһа ине лә бит,
Эх, туҡтатыр инем һуғышты.
Ҡорал алып, дошмандарҙы еңеп,
Ҡайтарыр инем тыныс тормошто.

Нисек итеп йыуатайым икән?
Һуғыштағы һалдат әсәһен.
Хоҙай насип итһә улың ҡайтып,
Бүләк итер Еңеү сәскәһен!

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас