

Эшләһәм-эшләмәһәм дә,
Исемдәр алыр инем,
Йылға өс тапҡыр Кипрға,
Мысырға барыр инем.
Балалар ҙа үҫер ине
Аҡҡош бәпкәһе булып.
Күрһәтер инек Аллаһтың
Ҡашҡа тәкәһе булып.
Түрә бит ул, бик кәрәкһә
Үҙенә, бисәһенә,
Яйын табып керә ала
Хөкүмәт кеҫәһенә.
Һис ғәжәп юҡ, керһә-керә,
Үҙ ҡулында — түрә бит!
Кеше һөйләй ул, барыбер,
Кермәһә лә, керә, тип.
Тик бер көн, ирҙе осорғас
Түрәлек ҡаяһынан,
Бәлһерәйеп төшөр инем
Һытылған ҡыуыҡ һымаҡ.
Балалары тәртипһеҙ, тип
Ғәйбәт һатырҙар ине,
Ете быуыныма ҡәҙәр
Сәйнәп атырҙар ине.
Кәрәге юҡ! Һәйбәт икән
Үҙемә тигән өлөш,
Йәшәһәм дә шәп күлдәкһеҙ
Һәм дә исемһеҙ килеш.
Быны былай ғына әйтәм,
Исем, тип китмәй иҫем.
Донъям ҡояштай түңәрәк,
Нимәгә миңә исем?
Балалар ҙа бына тигән,
Көнөм аҡ, тыныс күңел.
Иргенәм дә, бергенәм дә
Түрәнән һис кәм түгел.
Алдашманы, урлашманы:
Күрә хөрмәт, ихтирам.
Әлдә түрә булманың, тип,
Сәстәренән һыпырам.
Фәнирә ИБРАҺИМОВА.
Фото: y-hudozhnik.ru