+16 °С
Облачно
Шиғырҙар
29 Сентября , 08:40

Вәлит ИЛЕМБӘТОВ КӘҢӘШ

"Сит илдәрҙә Алтын һарайҺалдыралмайым, балам.Заводтар, яхта, банктарҠалдыралмайым, балам.Сөнки мин бит ҙур түрә лә,Министр ҙа түгелмен, Олигарх, ҡараҡ, бандит,Монстр ҙа түгелмен.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вәлит ИЛЕМБӘТОВ КӘҢӘШВәлит ИЛЕМБӘТОВ КӘҢӘШ
Вәлит ИЛЕМБӘТОВ КӘҢӘШ

Уратып-суратып тормай,
Һүҙҙе турараҡ әйтәм -
Был донъяла күпте күргән
Кеше булараҡ, әйтәм.

Үҙем аңлаған ҡәҙәрен
Әйтәмен, яҡын күреп.
Мин дөрөҫ йәшәй белмәнем,
Һин дөрөҫ йәшә, бер үк!

Аҫта ниҙәр бар, тип торма -
Өҫтәгеләргә ҡара.
Иманға тышалып ятма -
Өҫтәгеләргә яра!

Уларса ғына фекерлә,
Уларса ғына уйла.
Үҙ ҡарашыңды белдереп,
Шатырҙап янып ҡуйма!

Ҡыҙыу баштарға эйәрмә,
Гел ҡаршы ҡоторторҙар.
Дөрөҫлөк эҙләп ҡаңғырма -
Суд яһап, ултыртырҙар.

Хөкүмәткә рәхмәт, тиеп,
Ҡысҡырып ҡына йөрө,
Ҡойроғоңдо бот араңа
Ҡыҫтырып ҡына йөрө.

Ҡуштан булһаң, үҫтерерҙәр,
Орден-миҙал тағырҙар.
Урлашып та, бүлешмәһәң,
Статьяһын табырҙар.

Ябай кешенең ғөзөрөн
Ишетмә лә, күрмә лә!
Ҙур ағайҙарға табынып,
Юғарыға үрмәлә.

Әйткәнемдән тайпылмаһаң,
Әҙәм булырһың, балам.
Намыҫлы йәшәйем, тиһәң,
Әрәм булырһың балам!... "

*********
P.S.
Был ахмаҡ атай кәңәшен
Тотмаһын бер үк, бала!
Донъяның киләсәге бит
Улар ҡулына ҡала.

Тәүфиҡ бир, Хоҙай, йәштәргә,
Яманлыҡтан арала,
Изге, яҡты хыялдарын

Автор:
Читайте нас