+1 °С
Облачно
Шиғырҙар
5 Октября , 06:20

Рәшиҙә РӘИС Йәшәүенме йәшәйем.

Ҡартайырға ирек тә юҡВаҡыт та юҡ, хут та юҡ.Ҡартайырға бирегеҙ, типМин ултырам ҡылтайып.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәшиҙә РӘИС Йәшәүенме йәшәйем.Рәшиҙә РӘИС Йәшәүенме йәшәйем.
Рәшиҙә РӘИС Йәшәүенме йәшәйем.

Ботто һоноп пенсияла
Ултырырмын тимә лә.
Алғаныбыҙ күренмәй ҙә,
Бөтә бәҙрәф тирәлә.


Хөкүмәткә артыҡ микән
Беҙҙең кеүек ололар.
Ҡартаймаһаҡ та, үлмәһәк,
Бына шунда олорҙар.

Пенсияғыҙ йәлкә булһа,
Ҡартайып та тормайым.
Йәшәүенме йәшәйем, тип
Табам көн дә бер яйын.

Эш эҙләйем. Резюмеға
Анкета яҙыр кәрәк.
Утыҙ йыллыҡ стаж менән
Йәп-йәш кенә ҡыҙ кәрәк.

Шылтыратты эш биреүсе,
Бик оҡшатҡан эшемде.
Киреһенсә яҙған инем
Алтмыш ике йәшемде.

Фото һорай резюмеға,
Шуға күңелем китек.
Бүрәнәләй ҡаш эшләттем,
Быҙауҙыҡындай керпек,

Танауыма сынйыр аҫып
Һалдым әле фотомды.
Ҡырҡ биш йыллыҡ тәжрибәм бар
Алам әле ҡотоңдо.

Ҡартайырға ирек тә юҡ,
Ваҡыт та юҡ, хут та юҡ.
Мәңге йәшәп үсем алам,
Ултырмайым ҡылтайып.

Фото: Р.Вәлиева ЯИ.

Автор:
Читайте нас