Һалҡын төшкәс, беҙҙең бәләкәй дуҫтарыбыҙ – урамда йөрөгән бесәйҙәрҙең – йылынғыһы, йылыла ултырғыһы килә. Уларҙың бәләкәйҙәре лә, ололары ла подвалдарҙы, йылы камераларҙың люктарын үҙ итә, әммә иң яратҡан урындары – автомобилдәр. Машина аҫтында ултыралар, тәгәрмәстәргә менәләр, бәғзеләре йылыға яҡыныраҡ булыр өсөн капот аҫтына инеүҙән дә ҡурҡмай. Тап бына ошондай “ҡыйыу” бесәйҙәрҙе ҡотҡарырға тура килә лә инде. Шоферҙар йыш ҡына саҡырылмаған ҡунаҡты күрмәй двигателде тоҡандырғас, капот аҫтынан килгән мыяулауҙы ишетә. Ҡайһы берҙә автоһәүәҫкәрҙәр шөрләгән бесәйҙәрҙе йәшенгән урындарынан сығырға ярҙамлаша, ләкин ҡайһы саҡта уларға ҡотҡарыусылар ғына булышлыҡ итә ала.
Был хәл Өфө ҡалаһында була. Машинаһының тәҙрәһендә торған һандар буйынса үтеп барыусылар шоферға шылтыратып, автомобиленең аҫтында бесәй ултырыуын әйтә, ҡуҙғалып киткәндә һағыраҡ булыуын үтенә. Шулай ҙа ир машинаһы янына килгәндә унда бер кем дә булмай. Бесәйҙең эскә инеүенән шикләнгән шофер капотты асып ҡарағас, дүрт аяҡлы ҡунаҡты күрә. Автоһәүәҫкәр уны үҙаллы тартып сығармаҡсы була, әммә теге двигатель аҫтына күсеп, ныҡлап ултырып ала, шаҡылдатыуға ла, ашамлыҡҡа ла ҡыҙыҡмай. Аптырағас, ир ҡотҡарыусыларға шылтырата.
Ләкин бесәй ҡотҡарыусыларға ла иғтибар итмәй. Машинаны домкратҡа ултыртып, тәгәрмәсте һүтеп, аҫтына инәләр. Ҡырҡ минут һуҙымында машинаны әкренләп һүтә-һүтә ҡасҡынды тышҡа сығаралар. “Бесәй” операцияһын тын да алмай күҙәткән йәш пар – яңы өйләнешкән егет менән ҡыҙ уны үҙҙәренә ала.