0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
8 Август 2018, 13:07

ТЕШ БӘЛӘҺЕ. "Һәнәк"-7, 2018.

Был донъяға бер кем дә мәңгелеккә килмәгәндер ул. Шулай ҙа нисә йәштә бу­лыуыңа ҡарамаҫтан, әҙәмсә йәшәргә тырышҡан булаһың да бит. Һин дә мин йәшәп ятҡанда, теш бәләһе килеп сыҡты бит, әй. Хәҙер табиптарға күренеү үҙе бер оло бәләгә әйләнде. Бер-ике аҙна алдан яҙылырға тура килә. Яҙылып та, күрһәт­елгән ваҡытта табипҡа керә алмайһың. Иң кәмендә бер сәғәт коридорҙа көтөп ултырырға тура килә. Шунан ғына табип, ә һин мине көтәһең бит әле, тигән һымаҡ, һиңә һынаулы ғына итеп ҡарап ала ла, үҙ бүлмәһенә саҡыра.

ТЕШ БӘЛӘҺЕ
Был донъяға бер кем дә мәңгелеккә килмәгәндер ул. Шулай ҙа нисә йәштә бу­лыуыңа ҡарамаҫтан, әҙәмсә йәшәргә тырышҡан булаһың да бит. Һин дә мин йәшәп ятҡанда, теш бәләһе килеп сыҡты бит, әй. Хәҙер табиптарға күренеү үҙе бер оло бәләгә әйләнде. Бер-ике аҙна алдан яҙылырға тура килә. Яҙылып та, күрһәт­елгән ваҡытта табипҡа керә алмайһың. Иң кәмендә бер сәғәт коридорҙа көтөп ултырырға тура килә. Шунан ғына табип, ә һин мине көтәһең бит әле, тигән һымаҡ, һиңә һынаулы ғына итеп ҡарап ала ла, үҙ бүлмәһенә саҡыра.
Бер ваҡыт ҡыш уртаһында ҡапыл ғына ауырып киттем. Үҙебеҙҙең Затон биҫтә­һендәге 9-сы поликлиникаға барып терапевҡа эләгергә тырышып йөрөһәм дә, бер нәмә лә килеп сыҡманы. Эт һымаҡ йүгергеләп йөрөй торғас, ауырыуым да үҙенән-үҙе бөткән һымаҡ булды.
Был бәләнән имен-һау ғына ҡотолғайным, икенсеһе килеп сыҡмаһынмы! Тыныс ҡына йөрөгән ерҙән бер тешем шарт итеп һынды ла ҡуйҙы. Самай теге сәйнәй торғаны. Уның эргәһендәге теш тә миңә үс иткәндәй тишелеп ҡуйҙы. Хәҙер инде рәхәтләнеп ултырып ашап та булмай башланы. Стома­тологҡа йүгерҙем дә ул, ләкин әпәт шул запись, тип кире бороп ебәрҙеләр. Ул запистарын көтә башлаһаң, астан аяҡ һуҙырға ла күп ҡалмай.
Затонда барыбер йүнләп дауаламайҙар, һыҙлаған теште һурып алалар һәм пломба-фәлән ҡуйыуҙан ары китмәйҙәр. Ҡайҙа барһаң да ҡайырып тороп аҡсаһын алалар, тип уйланым да киттем автовокзал ҡаршыһындағы 8-се хужалыҡ иҫәбендәге поликлиникаға. Унда ла алдан яҙылырға кәрәк булып сыҡты. Ләкин мин әрһеҙ­ләшеп, бер таныш арҡа­һында, теш табибы кресло­һына барып эләктем эләге­үен. Ул мине иң тәүҙә томо­графияға ебәрҙе. Ауыҙҙа булған бөтә тештәрҙе төшө­рөргә, йәнәһе. Автовокзалдан Әй урамындағы 20-се йортҡа киттем. Унда бер ҙә булғаным булмағас, саҡ-саҡ эҙләп таптым. Томография хаҡы ике мең һум тора икән. Ә минең кеҫәлә мең ярым ғына ине. Шул хәтле ергә килеп кире боролоп китке лә килмәй. Әй урамында баҫып торғанда башҡа бер аҡыллы ғына уй килде. Бер таныштың телефонын йыйып хәлде һөйләһәм, ул хәҙер килеп етәм, аҡса ла алырмын, тип мине шатлан­дырҙы. Ошо тирәлә йәшәй. Бер заман минән ике мәр­тәбә бурысҡа аҡса алып торғайны.
Томографияға төшөп, тештең һүрәтен дискыға яҙып ҡулыма тотторҙолар. Шул диск менән әпәт теге стоматологҡа сиратһыҙ-ниһеҙ кереп ултырҙым. Үҙенең бәләкәй генә компьютерына дискыны ҡуйып, минең тештәрҙе тикшерә башланы. Һәр бер теште өр-яңынан эшләргә кәрәклеген әйтте, ҡайһы бер тештәрҙә шундай-шундай ауырыу бар, уларҙы дауаларға һәм шундай күп кенә ваҡ эштәргә фәләнсә аҡса кәрәк тип, һушымды алды. Ултырған ерҙән ҡат-ҡат һорашып ҡа­раһам да, һеҙҙең бөтә тештәрегеҙҙе рәткә кертер өсөн 240 мең һум аҡса кәрәк, тимәһенме. 240 меңлек тeш булғас, ул тик алтындан ғына торорға тейештер, күрәһең. Ауыҙҙы асҡан һайын ялт-йолт итеп күҙҙең яуын алып торасаҡ. Көндөҙ әле ҡур­ҡыныс түгел, ә киске яҡта бер ҡайҙа ла сығып йөрөй алмаясаҡмын. Бер ҡараңғы мөйөштә ауыҙыңды ҡайы­рып, алтын тештәреңде һу­рып китеүҙәре лә бик ихтимал. Кешене ике мең һум аҡса өсөн дә үлтереп, ҡарға тығып киткән осраҡтар ҙа булғыланы.
Ундай аҡса миндә юҡ, әлегә бынау сәйнәй торған ике теште эшләһәгеҙ, миңә шул еткән, тип ҡарайым, ләкин табип ризалашманы. Эшләгәс, бөтәһен дә рәттән эшләйем, тип тик ултыра. Асыуым килеп китте, бер яҡтан шулайҙыр ҙа, ә бит уның икенсе яғы ла бар, 240 мең һумлыҡ теш эшләттем дә ти, ә ҡайҙа гарантия, бәлки, мин бер-ике көн эсендә был яҡты донъя ме­нән хушлашып та ҡуйыуым бар бит әле, тип ишектәрен шарт итеп ябып сығып киттем. Бер бүлмәлә ике стоматолог, икенсеһе беҙҙең һөйләшеүгә ҡолаҡ һалып ултырған икән, ул «пырх-пырх» көлөргә тотондо. Был поликлиниканан нисек сығып һыҙғанымды үҙем дә һиҙмәйерәк ҡалғанмын. Инде ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә, тип сәпсим аптырай төштөм.
Бер биш йыл самаһы үткәндер, Пархоменко ура­мын­дағы стомалогияға барып бер нисә теште эшләт­кәйнем, тот та шунда йүгер. Унда разведкаға ғына тип барғайным, шундуҡ креслоға ултыртып та ҡуйҙылар. Запись тип тә башты бутаманылар. Теште төшөргән дискымды биргәйнем, уларҙың компьютерында асылманы ла ҡуйҙы. Йәнәһе, уларҙа ундай программа юҡ икән.
– Хәҙер нимә эшләргә инде? – тип тағы аптырап ҡалдым. Шунан дауай бынау ике тeште генә үҙегеҙгә нисек кәрәк шулай төшөрөгөҙ, ләкин теште төшөрөү һеҙҙең иҫәптән булһын, тип теге­ләргә ҡарап йылмайҙым. Һеҙҙең программағыҙ юҡҡа мин ғәйепле түгел. Стоматолог оҙаҡ уйлап тормай минең менән ризалашты. Ике теште төшөрөп, ике көндә эшләп тә ҡуйҙы. Хәҙер шунда ғына йөрөй башланым. Бер аҙна эсендә әллә нисә теште ҡарап, дауалап та ҡуйҙылар. Ауыҙ эсендә нисә йыл йөрөткән бер оҙон, ҡуян теше һымаҡ тешемде лә игәп сығарҙылар. Хәҙер ауыҙҙы ҙур итеп асып, бөтә булған тештәрҙе күрһәтеп көлөргә лә була.
Шулай итеп, туҡһан туғыҙ бәлә менән, илай-илай теште эшләтеп алдым.
Был донъя тигәндәре гел генә мәшәҡәттән торамы икән ни? Бер мәшәҡәтен йырып сыҡһаң, икенсеһе алды­ңа килә лә баҫа. Ошо турала бер танышыма һөйләгәйнем, ул:
– Әгәр был донъяның шундай-шундай мәшәҡәте бул­маһа, донъяла йәшәүҙең бер ҡыҙығы ла булмаҫ ине, – тип минең асылған ауыҙҙы тиҙ генә ябып та ҡуйҙы. Бәлки, ысынлап та, шулай­ҙыр.
Л. САЙРАНОВА.
Читайте нас: