+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
28 Август 2018, 14:26

Уңышлы рейс. Раушан ҒӘЛИМОВ. "Һәнәк" № 8.

Уңышлы рейс…Бер-ике секунд үтеүгә һул ҡулбашына кемдеңдер еңел­сә ҡағылыуына Мотаһар һиҫ­кәнеп китте. Кем төртә икән, ҡарсығы коляскала юҡ. Тимәк, кемделер артына ултыртып алған булһа кәрәк…

УҢЫШЛЫ РЕЙС
«Сельхозхимия» водителе Айытбаевтың көнө яҡшы баш­ланды. Күрше өлкәлә урын­лаш­ҡан станцияға йү­нәлгән барлыҡ машиналарҙы дәүләт автоинспекция хеҙ­мәткәр­ҙәре туҡтатҡайны. Ни эшләй­һең, номерҙары сит рес­публиканыҡы булғас, милиция халҡы бик өнәп бөтмәй һәм нимәлер өмөт итеп, бәйләнергә ярата. Ә бына Айытбаевтың бөгөн юлын быуыусы булманы, шуға ла ул беренсе булып тейәне ашламаны. Ни сәбәпле шулай рейсы уңышлы килеп сыҡ­ҡанына үҙе лә ныҡ аптыраны хатта. Ултыртып килтергән пассажир ҡартмы, әллә тапатмайса юлдан үткәреп ебәргән бесәй балаһымы, кемелер изге йән булып сыҡты, тимәк.
…Инде күп ҡалмаған барып етергә лә. Тауҙы төшкәс, урманды сығыр ҙа, күперҙән һуң һулға боролор. Ваҡыты, Аллаға шөкөр, күп. Шуның өсөн ул «Урал»ын аҡры­найтты ла, тирә-йүнде күҙә­теп килә башланы. Был яҡтарҙан булғас, уға бөтәһе лә таныш. Ана колхоздың ҡыҫҡа йөнлө бөҙрәкәйҙәр көтөүе көнба­ғыш баҫыуына яҡынлашып килә. Бер яҡта трактор урман ситендәге соҡорға терәлгән дә, ғәҙәти булмаған ҡиәфәттә туҡтап ҡалған. Иҫке ташлан­дыҡ юлдан һыпыртыусы мотоциклист та уның күҙенә салынмай ҡалманы.
– Мотаһар ҡарт, – тип уйлап ҡуйҙы Айытбаев. – Тыу­ған ауылынан хәҙер йә­шәгәненә туранан елдерә. – Оҙаҡламай ошо тирәлә ике юл да ҡушыласаҡ…
Айытбаевҡа күренгән кеше, ысынлап та, Мотаһар ҡарт ине. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, матайҙа юғары тиҙлектә йөрөргә яратҡан бер бабай. «Иж»ы шәп уның. Әлбиттә, оло кешеләргә хас, люлкәле. Коляска менән булһа ла, тиҙлек буйынса ике тәгәрмәсле йәш егеттәрҙең күбеһе уны ҡыуып тота алғандары юҡ әле.
Бының, әлбиттә, бер ҡур­ҡынысы ла юҡ, бигерәк тә йәшәрен йәшәгән Мотаһар ҡарт өсөн. Ләкин бына нимә? Бабайҙың һул күҙе юҡ, һәм яҡты донъя менән тоташтырыусы булып уңы ғына хеҙ­мәт итә. Китеп барышлай уныһына ла берәй ғәләмәт осоп килеп керһә, Аллам һаҡлаһын. Ауыл кешеләре шуға бигерәк көйгән була. Ҡай саҡ күҙ алдарына килтереп ҡарайҙар ҙа, йөрәк­тәре жыу итеп ҡала. Шулай ҙа ауыл тарихында уның транспорты менән ниҙер булған, тигән хәл тер­кәл­мәгән. Ундай уйҙар Мотаһар­ҙың үҙенең башына ла инеп сыҡмай.
Тулы тормош менән гөр­ләтеп йәшәһә лә, күренеш тигәнең барыбер һау кешенеке һымаҡ түгел инде, та­рыраҡ. Аҙыраҡ ҡына ла түгел, байтаҡ. Үҙенән һулаҡайҙа нимә торғанын бөтөнләй күр­мәй тиерлек. Ҡарсығын да бер нисә тапҡыр төшөрөп ҡал­дырғандан һуң коляскаға ғына ултыртып йөрөтөр булды. Күп йөрөнө ул матай менән. Ат итеп тә екте. Трактор урынына ла эшкә ҡушты. Машинаһы булмағас, уны ла алмаштырҙы. Ҡунаҡҡа ла барҙы, йомошҡа ла сапты.
Бөгөн дә ашығып ҡайтып килә ине. Ғөмүмән, ул бер ваҡытта ла ашыҡмайынса йөрөмәне. Нисек тауҙы разгон менән күтәрелгән, шул ыңғайы оло юлға сыҡты. Беҙ­ҙең яҡта машина бик йыш йөрөмәгәс, Мотаһар бабай сығаһы юлын бик ҡарарға ғәҙәтләнмәгән. Әлбиттә, беҙ­ҙә пустяк ул, тип кенә ебәрә ҡарт. Бына Өфөгә барғаны бар, вәт унда, исмаһам, машина. Ә бында нимә, юлмы инде ул. Юлға ла оҡшамаған, бер кәзә һуҡмағы шунда. Бигерәк тә уңға боролған саҡта, әлеге лә баяғы теге һулаҡайҙы бер ҙә байҡап тормай шул бабайың. Был бик уңайһыҙ шул, етмәһә, хәүеф­ле лә. Уны ла аңларға була, башыңды артыҡ борғослаһаң, бейек юл­дан аҫҡа осоуыңды һиҙ­мәй ҙә ҡалырһың. Газ тот­ҡаһынан башҡаһын белмәгән ҡарт, шуның өсөн дә трасса буйлап «баҫыуын» белде.
…Бер-ике секунд үтеүгә һул ҡулбашына кемдеңдер еңел­сә ҡағылыуына Мотаһар һиҫ­кәнеп китте. Кем төртә икән, ҡарсығы коляскала юҡ. Тимәк, кемделер артына ултыртып алған булһа кәрәк…
Колхоз идараһына, йә ауыл советына икенсе ауылдарҙан йомош менән барған халыҡ осраған транспортҡа ултырып ҡайтыу яғын ҡарай. Ул да юлда торған кешене ташлап китмәй. Уның пассажир­ҙары, ғәҙәттә, аҙыраҡ була. Сөнки бер тапҡыр ултырған кеше йөрәген усына тотоп ҡайтҡандан һуң, ҡабат уның шайтан арбаһына ынтылырға ашҡынып бармай. Тимәк, кемделер бөгөн дә ултыртып алған булһа кәрәк. Шәп ҡыу­ма, тип әйтергә маташалыр инде, күрәһең. Йыш ҡына шулай ҙа була. Ирҙәр бисә­ләрҙән дә хуже. Үҙҙәре ултыралар ҙа, аҙаҡтан башлай­ҙар мыжырға. Ярар, аҡырыр-аҡырыр ҙа, туҡтар. Шуның өсөн иғтибар итеүҙе кәрәк, тип тапманы…
Ләкин пассажир ныҡышма­лыраҡ булып сыҡты. Төрткән һайын ҡағылыуы ла нығыраҡ ауырттырҙы, ҡулдары ла ауырыраҡ була барҙы.
– Ныйәә? – тип бер үкерҙе лә, шул арала башын бороп ебәрҙе. Йә, Хоҙайым! Эй Алла, ниңә генә аҙраҡ юлды ҡараманың икән, ҡарт алаша, – тигән уй телеп үтте ҡапыл ғына уның әле һытылып өл­гөрмәгән баш мейеһен. Уның һул яҡ арҡаһын «Урал» йөк автомобиленең алғы оло тәгәрмәсе ышҡый ине.
Етмеш йәшкә етеп беренсе тапҡыр машинанан өрккән Мотаһар бабай бар көсөнә газын ҡайырҙы…
– «Урал» артта ҡалды шикелле, – тине ул бер аҙҙан ар­тына боролоп ҡарағас. Шулай ҙа ҡыуанырға иртә әле, һәм ул ҡайтыу яғына ашыҡты.
Матайын гаражға индереп ҡуйып, ипләп кенә ҡапҡаһын ябырға, тип маташҡан арала өй артына яйлап ҡына «Урал» машинаһы килеп туҡтаны. Шул арала ҡарт ниндәйҙер хәүеф һиҙгәндәй туҡтап ҡалды. Оло юлдың уртаһын­да ике аршынлыҡ монти­ровкаға һөйәлеп баҫҡан шоферы быны күҙәтә ине.
– Бабай, әйҙә мин һине шунда ғына, әбейең янында ғына бәреп үлтерәйем дә ҡуяйым инде. Йә, әтеү, юлда-һалда үлеп ятҡансы кеше интектереп. Былай барыбер күпкә бармаҫһың, – тине ул тыныс ҡына бер аҙҙан.
– Ҡуй! Юҡ, ҡустым, – тип иларға етешкән ҡарт йүгереп өйөнә инеп китте. Тиҙҙән ике ҡулына ике шешә араҡы тотоп сығып килгән Мотаһар ҡарт күтәрмәлә галоштарын һәр­мәй ине.
Раушан ҒӘЛИМОВ.
----------------------------------------
Юмореска "Һәнәк" журналының 8-се һанында донъя күрҙе.
Читайте нас: