-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
6 Ноябрь 2018, 17:50

Халыҡ артисы урам һеперә, ә Салауат Юлаев премияһы лауреаты – ҡарауылда.

ХАҠЛЫ ЯЛҒА СЫҠҠАН СӘНҒӘТ ӘҺЕЛДӘРЕ ХӘҘЕРГЕ ТОРМОШТА ҮҘ УРЫНДАРЫН ТАБАМЫ? Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, атаҡлы сәхнә йондоҙо Фидан Ғафаров бер интервьюһында һөйләгәйне. Ауылдаштары ялға ҡайтҡан сағында, Фидандан: “Берәй ерҙә эшләйһеңме, әллә һаман йырлап йөрөйһөңмө?” – тип һорайҙар икән. Ысынлап та, пенсиялағы әртистәр, яҙыусылар йырлайҙармы, яҙалармы икән?

Ҡаршыма, ҡаялай булып, Юнир Салауатов килеп сыҡты. Шап-шаҡтай, һис үҙгәрмәгән тип әйтер инем, “под Буденновски” үҫтергән мыйығы ғына салланған.
– Эшем күп, был аҙнала буярға өлгөрмәнем, – тип аҡланды ул.
– Ейән-ейәнсәрҙәрҙән бушамайһыңдыр инде, – тигән булам.
– ¬Уларға ваҡыт етмәй, – тине Юнир ағай. – Мин бит бер нисә урында дворник булып эшләйем.
– Кит әле! ¬– тинем мин, асфальтҡа ултыра төшә яҙып, – нисә урында эшләйһең?
– Әйтмәйем. Быныһы – коммерция сере. Юғиһә, бөтәһе лә урам һеперә башлар. Юғарыраҡ урындарҙы биләһендәр, мин һепергән дә еткән.
– Улай икән. Ә хужаларың халыҡ артисы һепергән тротуарҙан йөрөгәндәрен беләме? – тип һораған булам.
– Белмәгән ҡайҙа, хатта ҡыуанып атлайҙар, рәхмәт уҡыйҙар.
– Йәшең дә етмештән ашып бара, арымайһыңмы?
– Арыуҙы уйлаған юҡ инде ул. Иртәнге дүрттән-биштән һелтәп сығып китәм, ҡайһы ваҡыт үҙем дә һиҙмәй ҡалам, ярты “Черниковка”ны таҙартам да ҡуям! Башҡа дворниктар саҡ туҡтатып ала. “Беҙҙе эшһеҙ ҡалдырмаһын”, тиҙәрҙер инде.
Ул арала булмай, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, атаҡлы прозаик Ринат Камал килеп сыҡты һәм сираттағы кирбес ҡалынлығы (ҡасан яҙып өлгөрә?!) романын һондо.
– Киләһе йыл юбилейым, халыҡ көтә, ошоға хут бирһәгеҙ, шат булыр инем, – тине лә, ҡабаланып, ҡуҙғалды. – Ваҡытым юҡ, эштән һорап ҡына киткәйнем.
– Бәй, ҡайҙа эшләйһең?
– Фәлән дауаханала ҡарауылсы вазифаһын башҡарам.
– Оһо! Рәхәткә сыҡҡанһың икән! Һалдаттыҡы һымаҡ: хеҙмәт бара, роман – яҙыла, – тим, ҡыуанып.
– Һиңә лә шуны теләйем, дуҫ! Үҙемдең фатирымды улдарыма бүлеп бирҙем дә, ипотекаға яңыны алдым. Ә уға түләргә кәрәк икән.
– Мин дә шуны уйлап торам. Һеҙҙең эргәлә вакансия юҡмы икән? – тип һорайым.
– Һөйләшермен, начальник таныш кеше.
Шулай икән хәлдәр. Һығымтаны үҙегеҙ самалағыҙ. Ана, Хисмәтулла килә. Ул да ҡайҙалыр нимәлер ҡарауыллай, тиҙәр. Әй, донъялар...
Читайте нас: