+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
9 Ноябрь 2018, 19:57

96 йәшлек шағирҙы ғашиҡ иткән...

“Төн уртаһында тороп ултыра ла шиғыр яҙырға тотона. Был ғәҙәтенә хәҙер күнегеп бөттөк” – ти уның ейәне.

96 йәшлек шағир ғашиҡ булған…


“Төн уртаһында тороп ултыра ла шиғыр яҙырға тотона. Был ғәҙәтенә хәҙер күнегеп бөттөк” – ти уның ейәне.


Бер көн ағай “Ағиҙел” журналы редакцияһына үҙе килеп ингәс, аптырабыраҡ ҡалдыҡ. Аптырарһың да, редакция урынлашҡан бинала лифттың булмауына, баҫҡыстарҙың текәлегенә 60 йәшлектәр зарланғанда, ана, ағайыбыҙ 4-се ҡатҡа “йылп” итеп килеп тә менгән.


Кем икән, тиһегеҙме? Ғафури районының арҙаҡлы улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Уйылдан Шәрипов ул. Яҡташтары ағайҙы хөрмәтләп, “районыбыҙҙың халыҡ шағиры” тип кенә йөрөтә икән. Әйтерлек тә шул: Уйылдан Әйүп улы үҙнәшер юлы менән береһенән-береһе ҡалын 20 китап (!) сығарған. Уның шиғырҙары райондың “Табын” гәзитендә, республикабыҙҙың матбуғат баҫмаларында йыш донъя күреп тора.


Уйылдан ағайға: “Төнө буйы яҙышып, ейәндәреңә йоҡо бирмәйһең икән. Ай-һай, ғашиҡ булғанһыңдыр ул!”, – тинек шаяртып.

Шағир аптырап ҡалманы: “Йоҡлап ятыр саҡмы ни!? Эйе, ғашиҡ булдым. Мин бит донъяға ғашиҡ!”

Уйылдан Әйүп улы бышылдап ҡына бер серен дә әйтте: “Яҙыусылар союзына ағза итеп алһалар, күптәнге хыялым бойомға ашыр ине”.

Амин. Хыялың бойомға ашһын, хөрмәтле уҙаман!



Читайте нас: