– Беләһеңме, Кәли, һөт ризыҡтары заводы асып, мин ниндәй ахмаҡлыҡ эшләнем. Көрсөк ваҡытында халыҡ аҡсаһын янда ҡалдырырға тырыша: йә кефир алмай, йә эремсектән баш тарта, йә майҙан маргаринға күсә… Ә һинең эшең көйлө, халыҡ араҡы менән һыраны элек тә ҡырылып ятып ала ине, әле лә шулай.
– Әйтмә лә инде, Ғәли, һин һис юғы “аҡланып” ҡотолаһың, продукцияның хаҡын арттырмайым, тип күкрәк ҡағаһың. 1 литр һөт урынына 950 грамм ҡояһың, ҡайһы берҙә 870 грамм һалырға ла ҡурҡмайһың, майың 200 грамм урынына 180 грамм ғына, эремсекте 300 грамм итеп түгел, ә 270 грамм итеп төрәһең. Ләкин иң мөһиме – һиңә бәйләнерлек түгел, һәр ваҡыт “кешеләргә күп кәрәкмәй”, тип ауыҙ тултырып әйтә алаһың. Ә хәҙер күҙ алдына килтер: мин шешәгә ярты литр араҡы урынына 450 грамм ғына ҡойһам? Кешеләрҙең аңламау ғына түгел, хатта үлтереүҙәре ихтимал…