+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
21 Май 2019, 16:05

Кемгә күсәр кәрәк?

Эйе, эйе, кемгә күсәр кәрәк, Ленин урамындағы 2-се йортҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Эйе, эйе, кемгә күсәр кәрәк, Ленин урамындағы 2-се йортҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Бәй, тип аптырап ҡалыр күптәрегеҙ, ниндәй күсәр таратһындар, ти, ул йортта бит заманында Рәшит Ниғмәти, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Ҡадир Даян, Арыҫлан Мөбәрәков кеүек халҡыбыҙҙың данлы улдары йәшәгән. Шулайын шулай ҙа, ләкин һүҙебеҙгә ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ барып күрегеҙ. Йортҡа эленгән алтаҡтаға ат башындай хәрефтәр менән “Күсәрмә” тип яҙып ҡуйғандар. Уныһы нимә булалыр, әйтә алмайым. Шулай ҙа, фекерләп ҡарағанда, “күсәр”ҙәре ысҡынған кешеләргә күсәр тараталарҙыр, моғайын! Хәйер, әллә был алтаҡтаны элеүселәрҙең үҙҙәренең “күсәре” ысҡындымы икән?
Читайте нас: