-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
15 Ноябрь 2019, 17:04

Сәйнәшеү

Сәйнәшеү... Йәшләй кейәүгә сыҡһаң – ҡайҙа ашығаһың, өлгөрмәм, тип уйлайһыңмы әллә? Кейәүгә сыҡмаһаң – һиңә бер кем дә ҡарамай...

Бер генә бала үҫтерһәң – әҙ.

Күпләп тапһаң – ниңә хәйерселек арттыраһың?

Тырышып эшләһәң – аҡса бер ваҡытта ла етмәй.

Эшләмәһәң – әсәйеңдең пенсияһын ашап ятыу оят түгелме?

Машина, фатир алырға, диңгеҙҙә ял итергә теләһәң – ниндәй аҡсаға, ришүәт алдыңмы әллә?

Вузда уҡыһаң – барыбер дипломыңдың фай­ҙаһын күрә алмаясаҡһың, уҡып мейеңде серетмә.

Уҡымаһаң – киләсәгеңде ҡайғыртмайһың, ғүмер буйы урам һеперәсәкһең.

Эсһәң – һин алкаш.

Эсмәһәң – сирле.

Беҙҙә халыҡ сәйнәшмәйенсә бер минут та йәшәй алмай.


Читайте нас: