Республика Башлығы Радий Хәбировтың халыҡты ялған араҡы етешетереүгә һәм һатыуға, ғөмүмән, эскеселеккә ҡаршы күтәреүе, һис шикһеҙ, хуплауға лайыҡ. Башҡаса мөмкин дә түгел. Өҙөлгән ғүмерҙәр, тарҡалған ғаиләләр, һәләкәттәр күпселектең үҙәгенә үтте. Киҫкен һәм ҡәтғи саралар кәрәк. Беҙҙеңсә, Башлыҡ тарафынан ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа “корпоративка” тип аталған күмәкләп мәжлес ҡороп эсеүҙе тыйыуҙы ла тап шулай аңлатырға мөмкин. Айыҡ тормошто иң тәүҙә юғарыла етәкселәр үҙҙәре күрһәтергә тейеш. Эйе, эсмәйенсә лә йәшәп була. Мәҫәлән, социологтар раҫлауынса, эскелеккә ҡаршы көрәште күпселек ҡатын-ҡыҙҙар хуплай икән. Айныҡ ир, сәләмәт йәшәү рәүеше һәр ваҡыт үҙенә ылыҡтыра.
Әлбиттә, тап ошо осор йыллыҡ аҡсаһын һуғып ҡалған эстрада йондоҙҙары ла, төнгө клубтар ҙа, ресторан-ашханалар ҙа зыян күрәсәк. Уның ҡарауы, ыңғай һөҙөмтәләр байтаҡҡа күберәк. Эсмәгәс, һаулыҡҡа зыян юҡ. Ялдың башҡа төрөн табырға мөмкин. Һәр хәлдә, үҙ өйөңдә яҡындарың, ғаиләң менән Яңы йылды ҡаршылауҙан берәү ҙә тыймай. Шулай, ғәҙәттәгесә түгел, быға өйрәнелмәгән, нисауа, быйыл ауыр, киләһе байрамдарҙа еңелерәк булыр.