+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
27 Март 2021, 22:40

ХАНЫМ ПОЛИЦИЯҒА АШЫҒА

Нисек телефон, интернет аша эш иткән уғрыларҙың ҡорбаны булмаҫҡа икәнен һәр кем яҡшы белә. Шулай ҙа улар арҡаһында аҡсаһынан яҙыусылар һис бөтмәй.

Нисек телефон, интернет аша эш иткән уғрыларҙың ҡорбаны булмаҫҡа икәнен һәр кем яҡшы белә. Шулай ҙа улар арҡаһында аҡсаһынан яҙыусылар һис бөтмәй.

Өфөлә йәшәгән бер ханым интернет селтәрендә аҡса бирелеү хаҡында иғлан күреп ҡала. Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, сайтҡа инә, унда һорауҙарға яуап биреүен үтенәләр. Һорауҙарға яуап биргәс, ханымға һеҙгә 270 мең һум аҡса тейеш, тип әйтәләр һәм банк картаһының реквизиттарын һорайҙар. Йәнәһе, аҡса күсерәләр. Ҡыуанысынан ни эшләргә лә белмәгән ханым бөтә үтенес-талаптарҙы бер һүҙһеҙ үтәй: 270 меңде алыр өсөн 7 мең һум күсерә. Бер нисә көн үтә, әммә вәғәҙә ителгән аҡса һаман килмәй, ти.

Өфөнән тағы бер 68 йәшлек ханым да аферистар ҡорбаны була. Иртән уның өй телефоны шылтырай. Теге остағы ир тауышы уға үҙен улы тип әйтә. Юлда ҡазаға эләктем, кеше бәрҙерҙем, ти. Шунан ир телефонды “полиция хеҙмәткәренә” тоттора. Уныһы ханымдың башын әйләндереүен дауам итә. Зыян күргән кешене дауаларға 300 мең һум аҡса кәрәк икән. Әсә кеше бөтөнләй ҡойолоп төшә, аҡсаның яртыһы ғына барлығын әйтә. Шуны булһа ла бирә торорға кәрәк, тиҙәр теге башта һәм трубканы һалмаҫҡа ҡушалар. Бер ҡатлы ханым банк иҫәбендәге 150 мең һумын күсерә.

Бер килке ваҡыт үткәс, улына шылтырата. Улы иҫән-һау, бер ниндәй аварияға ла эләкмәгән.

Ханым полицияға ашыға...

Читайте нас: