Артабан ҡабаҡты һәр килгән туған-тыумасаға, дуҫтарға тоттороп ҡайтарыу башланды. Ул ғына ла түгел, ҡабаҡты күрше-күләнгә алып инеү, нәҫер-нәсәбәгә барғанда тотоп барыу китте, күстәнәстәр араһына ҡабаҡ ҡыҫтырып һалынды. Нимәһе ғәләмәт: ул ҡабат шул уҡ юлдан үҙеңә әйләнеп ҡайтты ла торҙо бит әле – уны тотоп инделәр, ҡыҫтырып килделәр, күстәнәскә ебәрҙеләр.
Ҡабаҡтар баҡсала ла, баҙҙа ла, өйҙә лә, карауат аҫтарында ла, хатта балконда ла тәгәрәшеп ятты. Ҡабаҡ өндә генә тормошто баҫып алғаны етмәне, төштәргә лә кереп аҙапланы. Ялдар ҡабаҡ эшкәртеү, таратыу, оҙатыу, юҡ итеү менән үтеп, “ҡабаҡ” тигән һүҙҙән дә биҙәр булып эшкә килһәм, коридорҙа директор туҡтата:
– Ғәфү итегеҙ... һеҙгә ҡабаҡ кәрәкмәйме?
– Ҡ-ҡа-баҡҡ?.. – тием, тотлоға биреп.
– Эйе! Шундай тәмле, һутлы, йәш кенә ҡабаҡтар. Бушлай таратам! Кабинетымда тулып ята – рәхим итегеҙ.
– Шулаймы ни? Әлбиттә, инеп алырмын. Рәхмәт!
Башым әйләнә биреп үтеп киттем. Ҡалайтаһың?.. Уңды бит быйыл ҡабаҡ...