-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
27 Октябрь 2021, 11:55

ИНТЕРНЕТТА

Бөгөнгө интернет халҡы бик ярһыу, ҡыҙыу һәм һәр ваҡыт ҡәнәғәтһеҙ. Ниндәй генә яҙмаға ла уларҙың арҡыры әйтер һүҙе бар. Мәҫәлән, шундай пост сыҡты, ти: “Бәхетле иртә!” Комментарийҙар ошолай буласаҡ: – Кем өсөн бәхетле бит әле, кем өсөн...

ИНТЕРНЕТТА
ИНТЕРНЕТТА

– Минең һымаҡ таң һарыһынан эшкә йүгереп ҡара, бәхетле булырһың микән?
– Бәхетлемен тип ҡысҡырып ултырһаң, бәхетеңдән ҡолаҡ та ҡағырһың.
– Иртәнсәктән бәхетле булырлыҡ нимә бар?
Ә инде әгәр “Киләсәгең үҙ ҡулыңда” тип яҙҙың икән, ябырыласаҡтар:
– Был илдә ниндәй киләсәк хаҡында һүҙ бара?
– Иң тәүҙә илдә тәртип булһын әле!
– Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта.
– Барыһы ла Алла ҡулында.
– Кешене алдатып ултырыуығыҙҙан ни файҙа?
Ахырҙа, бик аптырағас, яҙып ҡуяһың: “Шифалы ямғыр ерҙе иркәләй”. Асылда, берәүҙе лә көйҙөрөрҙәй йәки зитына тейер хәбәр түгел бит инде. Юҡ, ризаһыҙ комментаторҙар табыла:
– Йәй буйына яумаған ямғыр хәҙер нимәгә?
– Картуф алырға кәрәкмәй инде авторға, шуға шулай яҙа.
– Беҙҙә юл юҡ! Батҡаҡта батып ултырабыҙ!
– Хәҙер баҫыуҙар сәселмәй, бары ташландыҡ булып ята, ямғыр кәрәк тип борсолорға түгел.
Бына шулай ул интернетта. Нимә яҙһаң да, уны кирегә һапларға ашҡынып ҡына ултырған кешеләр бар.

Автор:
Читайте нас: