+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
14 Декабрь 2021, 15:45

Эскесе маймыл

Һиндостандың Уттар-Прадеш штатында бер кеше маймыл аҫраған булған. Үҙе кинәт кенә үлеп киткән, ә хужаһыҙ ҡалған хайуан урамдағы халыҡҡа һөжүм итә башлаған.

Эскесе маймыл
Эскесе маймыл

Байтаҡ ҡына кешене бик ҡаты яралаған, ә берәүһе хатта һәләк булып ҡуйған.

Уның ни өсөн агрессив булыуын башта бер кем дә аңламаған. Баҡтиһәң, мәрхүм хужаһы маймылды хәмер эсергә өйрәткән булған икән. Шуға күрә эсереүсе булмағас, уға бик ҡыйын булғандыр, күрәһең. Нимә эшләргә лә белмәйенсә, урам буйлап тәртипһеҙләнеп йөрөгән. Етмәһә, күпселек осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар менән балаларға һөжүм иткән, тешләгән.

Ниһайәт, маймылды тотоп зоопаркка итеп япҡандар. Тик хайуандың алкоголгә ҡарата саманы белмәүенән тыш, тағы ла бер сәйерлеге бар икән – йәшелсәләрҙән бөтөнләй баш тартҡан, уларҙы аҙыҡҡа ла һанамай, имеш. Ә бит макакаларҙың ризығының күп өлөшөн йәшелсә алып тора. Хужаһы уны тик ит ашарға өйрәткән икән.

Һиндостанда былай ҙа маймылдар кешеләргә йыш һөжүм итеүсән, тик был осраҡта хайуандың айырыуса агрессив булыуы аптырата бит. Һуғыш суҡмарын айырым ситлеккә ябып ҡуйып, башҡа макакалар эргәһенә ебәрмәгәндәр. Кем белә, эскесе маймыл уларҙы ла тешләп йә яралап ҡуйыуы бар.

Фото: www.zwalls.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: