-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
15 Декабрь 2021, 14:10

Ҡатын уйлай иренә ҡараштырып

“...эштән ҡайта, диванына ята, ҡабыҙа телевизор — мин уға бар ни ҙә, юҡ ни — бына ошо иргә ғүмер баҡый түҙеп тор...”

Ҡатын уйлай иренә ҡараштырып
Ҡатын уйлай иренә ҡараштырып

“...мал аҫраһаң, ите була, һөтө була, ә ир аҫрауҙың бер файҙаһы юҡ, йә Хоҙай...”

“...эсеп үлеп китһә — тағы сығым, һай, ҡатмаҫ әле, булмаҫ әле бысағым...”

“...йәш сағында ошо Алла бәндәһенең нимәһенә ҡыҙыҡҡанмындыр, ни талаша белмәй, ни һуғыша, ташҡа үлсәйем тапҡан аҡсаһын, баштарымды ошонан ҡайҙарға алып ҡасаһы...”

“...ҡырынған була көҙгөләргә ҡарап, үҙендә нисә мөгөҙ барлығын күрһә, эштәр харап...”

“...күршенең үрҙәге генә ҡаҙ түгел икән, уның ире лә ғүмер татымаған иҫерткес наҙ икән...”

“...дә-ә, уҙа ғүмер, туҙа тән, рәхәтен күреп ҡалайым, йәшлек килмәҫ бүтән...”

Фото: Pinterest
Автор:Ғәли ҒАТАУЛЛИН
Читайте нас: