+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
21 Декабрь 2021, 11:00

Иҫәр

Университетта уҡығанда бер ҡыҙ менән йөрөнөм. Ул мине өйҙәренә саҡырҙы. Ата-әсәһе өйҙә юҡ саҡта. Фатирҙарына индек.

Иҫәр
Иҫәр

– Саҡ ҡына ултырып тор, теләһәң, атайым сит илдәрҙән алып ҡайтҡан статуэткаларҙы ҡара, – тине лә кухняға йүгерҙе. Ә мин бүлмә буйлап йөрөйөм, төрлө ҡурсаҡтарҙы һәм статуэткаларҙы ҡарайым.
– Сәй эсергә сыҡ!
Уңайһыҙ боролоп, статуэткаларҙың береһен төшөрөп ебәрҙем. Тегенең башы өҙөлөп төштө. Ни үле, ни тере түгелмен.
– Һин ҡайҙа?
Статуэтканы тиҙ генә эләктерҙем дә урынына ултырттым, өҫтөнә башын ҡуйҙым. Күренмәй шикелле.
Сәй эскәндә ныҡ борсолдом, эстән генә үҙемде һүгәм,барыһы ла беленгәс, уның күҙенә нисек күренермен? Саҡ ҡына ултырғас, юҡ-бар сәбәп табып, сығып тайҙым.
Һуңынан ул мине тыуған көнөнә лә саҡырҙы, ләкин баш тарттым.
Бер йыл уҙғас, урамда осраштыҡ.
– Сәләм! Ҡайҙа юғалдың?
Бер-беребеҙҙең хәлен белештек, мин теге күңелһеҙ хәл хаҡында һөйләнем, ни өсөн юғалыуымды аңлаттым, ғәфү үтендем.
– Иҫәр һин, Радик! Мин уны ун йыл элек үк ватҡайным. Ай, иҫәр...
Моңһоу йылмайҙы, башын сайҡаны. Шул ваҡыт яныбыҙға “Киа Рио” килеп туҡтаны. Руль артында – бакенбардлы егет ине...

Фото: oldstory.info

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: