+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
24 Декабрь 2021, 14:10

Ахырызаман

Мулланың шәп һарығы булған. Күршеләре үҙ-ара һөйләшкән дә, берәм-берәм бының янына килеп, иртәгә барыбер ахырызаман була, һарығыңды һуйып бергә ашарға кәрәк, тип өндәй башлаған.

Ахырызаман
Ахырызаман
Башта мулла ышанмаған. Ә инде өсөнсө, дүртенсе, бишенсе күршеһе килеп әйткәс, ышанмайынса сараһы ҡалмаған. Һарығын һуйып, итте әҙерләй башлаған.
Һыйланырға килгән алдаҡсылар ипләп кенә мулланан көлөп ултыра икән. Ә хужа быларҙың үҙен төп башына ултыртҡандарын ишетеп ҡалған. Шунан ул ҡатынын саҡырған да ризыҡты ҡарап торорға ҡушҡан. Үҙе ҡунаҡтар янына барған. Уларҙың аяҡ, өҫ, баш кейемдәрен алып:
– Ямғыр яуыуы ихтимал, өйгә индереп ҡуйыу хәйерле булыр, – тип йортона инеп киткән. Ҡунаҡтар өндәшмәгән. Ә хужа икенсе ишектән сығып, баҙарға йүгергән, тегеләрҙең әйберҙәрен һатҡан да аҡсаһына һарыҡ алып ҡайтып, һарайына индереп ебәргән.
Ҡунаҡтар, һыйланып, муллаға рәхмәт әйтеп, ҡайтырға йыйынған. Әйберҙәрен һорағас, мулла:
– Һеҙҙең кейемдәрегеҙ теге донъяға китте. Хужаларығыҙҙы көтөгөҙ, тип күпме әйтеп ҡараным, тыңламанылар, минең һарыҡ менән бергә китергә ҡарар иттеләр. Ҡайғырмағыҙ, иртәгә бит барыбер ахырызаман килә, шулай булғас, нимәгә ул һеҙгә кейем? – тигән.
Ана шулай ҡунаҡтар кейемһеҙ ҡалған.
Был донъяла нимә эшләһәң, бөтәһе лә бумеранг булып кире үҙеңә ҡайта.

Фото: m.fotostrana.ru

Автор:З. МӘҺӘҘИЕВА
Читайте нас: