Эйе, ҡайһы берҙә ҡыҙып китә. Эйе, ҡайһы берҙә беҙгә тауышын күтәрә. Әлеге заманда кем ҡыҙып китмәй? Уның сәйер ҡылығын беренсе булып мин татыным.
Унан бер мең һум аҡса алып торҙом. Ул саҡта тормошомда бик үк еңел булмаған хәл килеп тыуғайны, көтмәгәндә барлыҡҡа килгән кредитты тиҙ арала ябырға кәрәк. Ә аҡса юҡ. Ә коллекторҙар көн-төн шылтырата ла шылтырата. Бурысҡа аҡса алып торҙом. Тәлғәт ысын дуҫтар һымаҡ бәләнән ҡотҡарҙы:
– Һин тик кире ҡайтарырға онотма.
– Әлбиттә.
Ниһайәт, йәнемә тейгән кредитты яптым. Кисен телефон шылтыраны. Трубканы алдым.
– Һин аҡса хаҡында онотманыңмы?
– Юҡ, иҫемдә. Һин уны иртән генә бирҙең бит.
– Улайһа, кире ҡайтарырға онотма, – тине лә телефонын һүндерҙе. Ғәжәпләндем: был ни булды һуң әле?
Иртәгәһен тағы ла:
– Аҡсаны ҡасан бирәһең?
– Һөйләшкәнсә, бер аҙнанан.
– Тимәк, иҫеңдә.
– Әлбиттә.
– Бик яҡшы.
Сәйер осрашыуыбыҙҙың аҙағында Тәлғәт миңә ғүмер буйы урлашҡан әҙәмгә ҡараған һымаҡ баҡты ла йөҙөн йыйырып китеп барҙы. Аптырап ҡалдым. Сәйер кеше шулай ҙа!
Иртәгәһен хәл ҡабатланды. Айырма шунда ғына: Тәлғәт тауыш күтәреп һөйләне, миңә кисәгегә ҡарағанда ла нығыраҡ асыуланып ҡараны. Ул миңә һуғырға йыйынған һымаҡ та тойолдо. Өс сәғәттән һуң шылтыратты:
– Ҡарале, мин аҡса хаҡында...
– Ниңә йәнемә тейәһең, – тип асыуландым. – Бер аҙнанан ҡайтарам, тинем бит. Күпме йәнгә тейергә мөмкин?
– Аҡса миңә хәҙер үк кәрәк. Хәҙер үк бир.
– Әле аҡсам юҡ.
– Нисек инде юҡ? – Теге башта паника башланды. – Алып торҙоң, юҡ, тиһең.
Ҡысҡырырға әҙер инем.
– Тәлғәт, шаярыуыңмы был? Шаяртһаң, бер ҙә ҡыҙыҡ түгел. Бер аҙнанан, тинем дә баһа.
– Нисек бер аҙнанан? Өс көн үтте бит инде, нисек бер аҙнанан?
Ауыр һуланым.
– Киләһе шишәмбелә ҡайтарам, шуны күҙ уңында тотҡайным. Киләһе шишәмбелә.
– Ә һин алдамаҫһыңмы?
Түҙемлегем бөттө, ҡысҡырырға керештем:
– Етте, ҡәһәр һуҡҡыры! Ҡайтарам, тинем бит.
Телефонды һүндерҙем. Бер нисә секундтан телефон шылтыраны. Тәлғәт! Һөйләшмәнем. Банк үҙгәрҙе, ә коллекторҙар ҡалды, тип үҙемде шаяртып алдым. Иртәгәһен аудитория янында Тәлғәтте тағы ла осратҡас, уның беренсе һорауы шундай булды:
– Кем шулай итә?
Икенсе һорауы:
– Әллә һин битһеҙме?
Түҙмәнем, йөҙөнә бәреп әйттем:
– Күҙемдән юғал!
Тәлғәт үпкәләне:
– Аҡсаны юҡҡа биреп торғанмын. Һинең кеүек кешеләр кире ҡайтармай.
Дуҫ-иштәремә был хәл билдәле ине инде, беҙҙе күңелдәре булғансы шаярттылар:
– Тәлғәт, һиңә коллектор ғына булаһы ҡалған, – тине Сабур.
Тәлғәт шаяртыуҙы аңламаны, әммә өндәшмәүҙе өҫтөн күрҙе. Аудиториянан сыҡҡанда яныма килде:
– Онота күрмә.
Ҡул күтәреүҙән үҙемде саҡ тыйып ҡалдым. Ул иҫәүәнме, әллә түгелме? Әллә үҙен бик аҡыллыға һанаймы? Был һорауҙарға яуап таба алманым. Шул уҡ көндә танышымдан аҡса алып тороп Тәлғәткә тотторҙом. Аҡсаны күргәс, банкирҙың йөҙө яҡтырҙы:
– Элегерәк тә бирә ала инең.
Яңы бурысымдан бер нисә көндән үк ҡотолдом – әсәйем аҡса ебәргәйне. Бер кем дә мейемде серетмәне.
Ваҡыт уҙҙы, Тәлғәттең сәйерлеге үҫкәндән-үҫте. Лекцияла Сабур унан ручка һорап торған. Барыһы ла яңынан ҡабатланды:
–Кире ҡайтарырға онотма, йәме?
– Һуңынан кире бирерһең.
– Һин ручка тураһында онотманыңмы?
– Лекция бөткәс тә кире бир! Миңә бер ваҡыт кире бирмәнеләр.
Биш минут һайын шулай. Уҡытыусы сығып киткәс, Сабур бышылданы:
– Ҡәбәхәт! – Ручканы алдына ырғытты һәм башҡа унан бер нәмә лә һорап торманы. Бер ваҡытта ла. Минең һымаҡ.
Тәлғәт ныҡ үпкәләне:
– Яуыздар һеҙ. Бына шунан һуң кешегә ярҙам ит инде.
Коридорҙа Сабурға Тәлғәт яғына ҡарап: “Ҡәбәхәт, тип дөрөҫ әйттең”, – тинем. Ул башын ҡаҡты:
– Етлекмәй тыуған был банкирға башҡа бер ҡасан да ҡулымды бирмәйәсәкмен!
Фото: ldpr.ru