+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
8 Ғинуар 2022, 10:30

Иҫерек сусҡалар

Тауыҡтарҙы, ҡаҙҙарҙы иҫерттек – тип һөйләүселәр бар, ә кемдең сусҡаларҙы иҫертеп ҡарағаны бар? Йәш саҡтар, өй һалырға йыйынабыҙ. «Өй һалыуҙың нәмәһе бар – өйөргә лә өйөргә инде», тиһәләр ҙә, һалып ҡарамаған кеше генә белмәйҙер. 

Иҫерек сусҡалар
Иҫерек сусҡалар

Материалын тап, өмәселәрҙе һыйла, аҡса еткерермен тимә. Әҙерәк булһа ла аҡсаға эконом булыр тип, самагон яһарға булдыҡ. Ирем әйтә :

- Бойҙай һалып, бал әсетеп самагон сығарһаң, «Пшеничный» араҡыһы кеүек була икән– ти. Мин шулай итеп «Пшеничный» араҡыһы яһарға уйланым. Бер феләк һыуға бер биҙрә бойҙай, ете-һигеҙ кило шәкәр һалып, бер ай ултырттым (бойҙай оҙаҡ әсей). Самогонын ағыҙып алғас икенсегә шул бер биҙрә бойҙайға шәкәр өҫтәп тағы әсетеп алдым. Бойҙай эре итеп бүрткән. Өсөнсөгә лә һалыр инем, насар әсей, сығарып түгергә йәл.

Сусҡа аҫырайбыҙ, икәүҙе. Сусҡаларға аҙыҡ әҙерләп торғансы ошо бойҙайҙы ғына ашатайым, – тип уйланым. Улаҡҡа гәрәбәләй бүрткән боҙайҙарҙы һалдым да, үҙем иртән эшкә киттем, идараға.

Төшкөлөккә ҡайтып, сусҡаларға аҙыҡ һалырға тип керһәм… Ҡарап ҡатып ҡалдым, ни иларға, ни көлөргә белмәйем. Элек ишектән уҡ кеүек атылып сығып, аҙыҡҡа йәбешә торған сусҡалар, аяҡтарында саҡ баҫып торалар, сайҡалып атлай ҙа алмайҙар, Элгәре атылып килеп сыҡҡан ишеккә хәҙер һыймайҙар, ишектең йә бер яғына, йә икенсе яғына бәреләләр. Уларҙың күҙ ҡараштары иҫерек кешеләрҙеке шикелле, күҙҙәре ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙарған. Йөрәгем «жыу» итеп, сусҡаларым айный алмай үлеп ҡуйһалар тип, ҡотом осоп, ҡыйын булып китте. Бәй, аҫыра-аҫыра ла, файҙаһын да күрмә. Сусҡа итен үҙебеҙ ашамаһаҡ та, өй һалғанда бер ергә ярап ҡалыр ине – тип уйлаған инек. Үлеп китһәләр, үҙем генә ғәйепле булам. Шундай уйҙар менән төштән һуң эшкә киттем, әлеге шул идараға. Унда парторг булып еҙнәй тейешле кеше эшләй, мал врачына уҡыған. Уның янына кәңәшләшергә керҙем.

– Иремә әйтә күрмәгеҙ инде, сусҡалар үлһә, битәрләп теңкәмә тейер, – тип әйттем дә,көндөҙ булған хәлде һөйләп бирҙем. Ул ни бер һаһылдап көлдө лә: «Күберәк һыу эсер! Тиҙерәк айнырҙар, үлмәҫтәр! Ҡурҡма!» – тине.

Аллаға шөкөр! Айнынылар сусҡаларым, үлмәнеләр. Улар айнығас, иремә лә һөйләнем, көлдөк рәхәтләнеп.

https://sdamzavas.net/2-76528.html

Фото: stihi.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: