-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
10 Ғинуар 2022, 16:00

Йоҡламай йәшәй

Көн етмәй тип, йоҡоно ҡасырыр өсөн ҡаты сәй йәки ҡәһүә эсеп төндә лә ултырып эшләүселәр бар. Ә бына Германияның Галле ҡалаһында 40 йылға яҡын йоҡлай алмаған кеше йәшәй. Шулай ҙа ул арымай, уңайһыҙлыҡтар тоймай. Киреһенсә, күтәренке кәйефле, ныҡ.

Йоҡламай йәшәй
Йоҡламай йәшәй
Яков Циперович менән булған был ваҡиға ғәҙәти түгел һәм серле. 1979 йылда 26 йәшендә ул хәле насарайып дауаханаға эләгә. Клиник үлем хәлендә була. Табиптар уны терелтер өсөн күп көс һала. Һуңынан йәшәү менән үлем араһында кисергәндәре тураһында ул былай ти: «Мин яҡтылыҡҡа әүерелеп, әллә нисә тапҡыр формамды һәм төҫөмдө үҙгәрттем. Шул рәүешле ныҡ ҙур тиҙлек менән оло спираль аша остом. Ваҡыты-ваҡыты менән туҡтап алдым. Шул туҡталыштар мәлендә күп мәғлүмәттәр һеңдергән кеүек булдым. Унда үткәндәр ҙә, киләсәк тә, бөгөнгө лә бар ине. Әммә «Ерҙәге ваҡыт бында бер ниндәй ҙә әһәмиәткә эйә түгел, шуға ла үткән, бөгөнгө, киләсәк юҡ ул» тигән мәғәнә алдым».
Табиптар Циперович менән булған хәлгә хайран ҡала. Йөрәк туҡтап, бер нисә минут үткәс, ғәҙәттә, мейе күҙәнәктәре үлә, ә Яков менән улай булмай.
Иҫенә килгәс, ир ярты йыл һөйләшә алмай, яҙып аралаша. Оҙаҡ дауаланғас ҡына һауыға. Әммә йоҡлау һәләтен юғалта. Улай ғына ла түгел, тәүге айҙар­ҙа хатта ята ла алмай. Горизонталь хәл алыуы була, ниндәйҙер күҙгә күренмәгән пружиналар уны карауаттан һикереп торорға мәжбүр итә. Шулай итеп, айҙар, йылдар йоҡоһоҙ үтә. Тәүҙә был Яковты ҡурҡыуға һала, гонаһтарым, насар ҡылыҡтарым өсөн яза аламдыр, тип уйлай. Һуңынан ошо рәүешле лә йәшәп булғанын аңлай: төндәрен күп уҡый, уйлана, йөрөй.
Үҙе менән нимә булыуын аңлатыу­ҙарын һорап фән белгестәренә мөрәжәғәт итеүе һөҙөмтә бирмәй. Тикшереүҙәр Яковтың һау-сәләмәт икәнен күрһәтә. Тик тән температураһы ғына – 33 – 35 градус. «Тағы ла ваҡыт ағымын һиҙмәй башланым. Минең өсөн көн дә юҡ, төн дә юҡ, бөтәһе – бер процесс. Тормош оҙон бер көн кеүек. Мин ваҡыт­ҡа буйһонмайым, тормош мәңгелек кеүек», – ти ул.
Йәнә бер ғәжәп хәл: Яков ҡартайыу­ҙан туҡтай. Ул һаман да 26 йәшлек кеүек, атлап йөрөштәре лә йәштәрсә. 1995 йылда ул йога һәм көнсығыш философияһы менән мауыға башлай, медитация алымдарын өйрәнә. Шунан һуң ул ята ала, әммә барыбер йоҡламай. Эшмәкәрлеге көсәйә, мейеһенә ҡайҙандыр ғилем ағыла. «Ниндәйҙер йыһан мәғлүмәт каналына эләккән кеүекмен. Бөтә донъя аҡылы байлыҡтарын алам», – ти үҙе был турала.
Төрлө тармаҡтан белем бер ниндәй эҙмә-эҙлекһеҙ килә. Юғары көстәр күп хәл-ваҡиғаларға анализ бирә. Ир күп нәмәне аңлап та бөтмәй.
Циперовичтың ижади һәләте асыла: фәлсәфәле шиғырҙар, әҫәрҙәр ижад итә башлай. Яҙмыш уға эргәһендәге кешеләрҙең уйын уҡыу талантын да бирә, әңгәмәләштәре менән нимә бул­һа, шуны кисерә.
Яков ныҡ үҙгәрә, организмы көслөләнә, арыу тойғоһон бөтөнләй онота. Физик мөмкинлектәре лә күбәйә. Бик күп йәйәү йөрөй, штанга күтәреп, ауыр атлетика буйынса ҙур уңыштарға өлгәшә.
1996 йылда өйләнә. Малайҙары тыуа. Ғаиләләре менән Минскиҙан Германияға күсәләр. Бөгөнгө көндә феномен кешегә 67 йәш, ә 40 тирәһе генә биреп була үҙенә. Йоҡоһоҙ йәшәүҙе Яков Циперович тормошоноң яңы этабы тип ҡабул итә. «Билдәһеҙ, күҙгә күренмәгән донъя менән аралашыу тәжрибәһе миңә тормошҡа яңыса ҡарау мөмкинлеген бирҙе. Ошо – иң ҡиммәтлеһе», – ти ул.
 
Фото: volkovysk.by
Автор:Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА
Читайте нас: