+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
13 Ғинуар 2022, 12:05

Иптәштәр

Хикәйә Үҙе етәкләгән төҙөкләндереү бүлегенә ҡарата әйтелгән тәнҡит иҫкәрмәләренә иптәш Хлобыстовтың яуап сығышы.

Иптәштәр
Иптәштәр

Хөрмәтле иптәштәр! Бына бында сығыш яһаған иптәштәрҙән ҡайһы бер иптәштәр төҙөкләндереү бүлегендәге айырым иптәштәрҙе иптәштәрсә тәнҡитләне.
Иптәштәр, мин дә сығыш яһаусы иптәштәр күтәргән мәсьәлә буйынса иптәштәр иҫәбенә ингәнлектән, был алда күрһәтелгән иптәштәргә түбәндәге иптәштәрсә белешмәне биреп үтергә теләйем.
Мин, хөрмәтле иптәштәр, үҙенән-үҙе аңлашыла, юғарыла килтерелгән иптәштәрсә тәнҡитте тотош һәм тулыһынса хуп­лайым, сөнки сығыш яһаусы иптәштәр үҙҙәренең тәнҡите менән бөтә төҙәлмәҫлек иптәштәргә иптәштәр әйтеп үткән етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ярҙам итә. Ләкин, иптәштәр, иптәштәрсә әйткәндә, иптәштәрҙең төҙөкләндереү буйынса мин етәкселек иткән бүлектәге ҡайһы бер иптәштәргә күрһәткән иптәштәрсә булмаған мөнәсәбәте менән килешә алмайым. Шуға күрә, хөрмәтле иптәштәр, иптәштәрҙең һеҙ ишеткән тәнҡит иҫкәрмәләрен иғтибарға алып, миңә юғарыла билдәләнгән иптәштәргә иптәштәрсә белдерергә рөхсәт итегеҙ: төҙөкләндереү бүлегендәге иптәштәр беҙгә дөйөм халыҡ иҫәбендәге иптәштәрҙән һәм депутат иптәштәрҙән килгән көнкүреш һорауҙарына һәм көнүҙәк мохтажлыҡтарға мөмкин тиклем иптәштәрсә иғтибар күрһәтте. Шуға күрә беҙҙең иптәштәрҙе иптәштәрсә эш итмәүҙә ғәйепләү иптәштәрсә булмаясаҡ!
Иптәштәр, үҙҙәренә бирелгән регламент буйынса һүҙ әйткән айырым иптәштәр телгә алған баҙар майҙансығынан башлайбыҙ. Иптәштәр, был майҙансыҡтың элек нисек булғанын хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Унда бит, иптәштәр, һаҙлыҡ ине, иҫегеҙҙә булһа, сусҡалар, өйрәктәр йөҙөп йөрөнө. Беҙҙең өлкән иптәштәр араһындағы иптәштәр быны онотмағандыр әле. Иптәштәр, ә хәҙер? Хәҙер депутат иптәштәрҙең тәҡдиме һәм ҡасабала йәшәүсе иптәштәрҙең теләге буйынса төҙөкләндереү бүлегендәге иптәштәр тырышлығы менән ул танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Унда, үҙегеҙ беләһегеҙ, иптәштәр, йәшел сквер ойошторолдо, бер мең ике йөҙ ҡырҡ һигеҙ берәмек йәшел ағас үҫә. Ә беҙ бөтәһе бер мең ике йөҙ илле ике ағас ултырттыҡ. Ләкин ҡайһы бер аңһыҙ иптәштәрҙең хулигандарса ҡыланыуы арҡаһында дүртеһе соҡоп алынды, ҡалғандары бөтәһе лә тамырланды.
Хәҙер, иптәштәр, йәшел ағастар араһында үҫеп килеүсе йәш иптәштәр йөрөй һәм йәшел ағастарҙан сыҡҡан саф һауаны күкрәк тултырып һулай. Ә был, хөрмәтле иптәштәр, төҙөкләндереү бүлегендәге тейешле иптәштәрҙең беҙҙе уратып алған атмосфераны һауыҡтырыуға йүнәлтелгән тейешле һауыҡтырыу саралары үткәреүе тураһында һөйләй. Һеҙ, иптәштәр, өлкән кешеләр, юғарыла телгә алынған һауыҡтырыу сараһының ҡасабала йәшәүсе беҙҙең хөрмәтле иптәштәрҙең үҙәк нервы системаһына ыңғай тәьҫир итеүен яҡшы аңлайһығыҙ.

Был, иптәштәр, беренсенән.
Минең сығышымдың икенсе пунктына килгәндә иһә, ул, иптәштәр, беҙҙең ҡасабаны уратып алған һыу ресурстарына ҡағыла.
Фәндән һәм башҡа тәүге сығанаҡтарҙан һеҙгә, иптәштәр, кеше тормошонда һыу ресурстарының мөһим роль уйнауы билдәле. Әгәр, иптәштәр, кеше ризыҡһыҙ, йәғни ашамайынса, өс аҙна йәшәй алһа, һыу ресурстарынан тыш, йәғни төрлө шыйыҡ нәмәләрһеҙ, ул өс көндән аяҡ һуҙа. Бынан, иптәштәр, кеше механизмының ниндәй ҡатмарлы конструкциянан тороуы күренә.
Хәҙер, иптәштәр, беҙҙең һыу ресурстарының ниндәй булыуын хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Айырым иптәш-граждандарҙың ҡоҙоҡтары һәм Түбәнге Киндер осондағы бәләкәй генә быуа! Ләкин был, иптәштәр, бер ниндәй ҙә һыу ресурстары түгел, ә ысын-ысындан стихия һәм дым!
Хәҙер инде төҙөкләндереү бүлегендәге иптәштәрҙең арымай-талмай хәстәрлек күреүе арҡаһында беҙҙең һыу ресурстары... Хәйер, хөрмәтле иптәштәр, Һыйыр кисеүендә удар темптар менән һәм ҡыҫҡа ғына ваҡытта яңы һыу ятҡылығы ойошторолоуын үҙегеҙ ҙә бик яҡшы беләһегеҙ. Майҙаны дүрт бөтөн дә ноль ундан алты гектар!
Бынан, иптәштәр, шул килеп сыға... йәғни, иптәштәр, ул һыу ятҡылығынан сыҡмай, ә ул, иптәштәр, ышаныслы плотина менән уратып алынған... Минең тарафтан бөтә әйтелгәндәрҙән, иптәштәр, шул килеп сыға: айырым иптәштәрҙең төҙөкләндереү бүлегендәге иптәштәрҙең ҡайһы бер етешһеҙлектәренә ҡарата тәнҡит сығышының бер ниндәй ҙә нигеҙе юҡ. Миңә, иптәштәр, бындай иптәштәргә иптәштәрсә әйткем килә: ҡәҙерле иптәштәр! Төҙөкләндереү бүлегендәге беҙҙең иптәштәр эшлекле иптәштәр кеүек эшләне, улар үҙҙәренә иптәштәрсә ҡарауға тулыһынса хаҡлы!
Ошоноң менән, иптәштәр, миңә ҡайһы бер иптәштәрҙең иптәштәрсә булмаған сығышына иптәштәрсә иҫкәрмәләремде тамамларға рөхсәт итегеҙ!
(Иптәш Хлобыстов үҙенә көсәнеп ҡул сапты һәм трибунан төштө).

"Крокодил" китаханаһынан.

1973 йыл.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: