+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
17 Ғинуар 2022, 12:10

Шартлай яҙҙыҡ

Ҡыҙыҡ хәл булды бит әй. Бөгөнгө көндә бөтә офистарҙа ла аш йылытып ашау өсөн микроволновка бар. Урын тар булғас, уны һыуытҡыс өҫтөнә ҡуйғайныҡ.

Шартлай яҙҙыҡ
Шартлай яҙҙыҡ

Көндәрҙән бер көндө микроволновканың эсен йыуып алайым әле, әтү әллә ниндәй еҫтәр сығып тора, тип эшкә тотондом. Кемдеңдер тәҡдиме буйынса, уның эсенә ҙур ғына тәрилкә ултыртып, эсенә һыу һалып, фэйрины күп кенә тамыҙҙым. Тоҡандырғас, үҙем коридорға сығып киттем. Килеп инһәм, бүлмәлә тын да алырлыҡ түгел. Әллә ниндәй тәмһеҙ еҫтәр таралған.
Шунда ук микроволновка торған ергә күҙ йүгертеп алдым. Ишеген һаҡ ҡына асып ебәрһәм, тәрилкә дүрт өлөшкә ярылып шартлаған. Бергә ултырған ҡатынҡай ултырған ултырғысынан тертләп китеп иҙәнгә ауған. Мин ингәндә саҡ һушына килеп, күҙ йәштәрен һөртөп маташа ине.
– Ыстағафирулла, әллә инде теракт башланды, ғәләмәт көслө шартлау тауышы ишетелде!.. – тине ҡото осоп.
Минең күҙ ҡарашын һиҙеп ҡалған Зифа:
– Әллә микроволновкабыҙ шартлағанмы? – тип һораны.
– Тыныс ҡына эшләп ултырған кешенең ҡотон алып бөттөң инде. Этлек эшләргә тиһәң һине ҡуш. Нишләп һин был донъяға малай ғына булып тыумағанһың икән. Һин бит настоящий бандит!..
Мин кемдәндер ошо ысул менән микроволновканы таҙартып алырға була, тип ишеткәйнем. Уның эсендәге һыу ҡайнап микроволновка стеналарына ултырғас, таҙа сепрәк менән һөртөп кенә алаһың да ҡуяһың икән.
Быныһы бер хәл булһа, икенсеһе төш ваҡыты етеп килгәндә булды. Зифа сығып китеү менән тиҙ генә һыуытҡысты тикшерергә тотондом. Әллә уныһы ла эштән сыҡтымы? Бер атҡанда ике ҡуян түгелме? Әгәр шулай була ҡалһа – бөттө баш. Түләтә ҡалһалар? Шуны уйланым да, үҙемде үҙем әрләп, кәрәкмәгән ергә башҡаса тотонмаҫҡа ант итеп, башты түбән эйеп, эш урыныма килеп ултырҙым.
Шулай ултыра торғас, һыуытҡыстың эшләгәне лә ҡолаҡҡа cалынмай, тип тағы көйәләнеп алдым. Ысынлап та, быға хәтле тек-тек килеп йәнгә тейеп эшләп ултырғаны әллә ҡайҙан ишетелеп тора ине. Вәт һиңә, мә! Үҙемә шул хәтле ҡыйын булып китте. Ер тишеге булһа, бер минут та уйланып тормай шунда инеп китерҙәй хәлдә инем.
Күңелһеҙ уйҙарҙан арына алмай бер килке һушһыҙ ултырҙым. Шулай ҙа тик кенә ултырып булмай бит инде, нимә булһа ла булыр тип, һаҡ ҡына асып ҡараһам, былай бер нәмә лә үҙгәрмәгән һымаҡ. Ашамлыҡтар үҙ урынында тора. Шундуҡ ҡулға килеп эләккән бер банка ашты эләктереп алдым да шарт та шорт килгән микроволновка эсенә ҡуйып, тамаҡ туйҙырырға булдым. Икенсе яҡтан шартлаған микроволновканы тикшереп ҡарарға кәрәк. Тағы ла шарт та шорт ата башлаһа ни эшләрмен инде? Ҡурҡа-ҡурҡа уға һаҡ ҡына тотоноп, әйләндерә торған төймәһенә баҫып ебәрҙем. Бер нисә минутҡа үҙем күҙҙе йомоп микроволновканан ситкәрәк ҡастым. Ни булһа ла Алла ҡулында.

Аллаға шөкөр, микроволновка ла, һыуытҡыс та һин дә мин эшләй башланы. Шатлығымдан рәхәтләнеп тороп бер тәрилкә аш ашап, ҡайнар сәй эсеп алғас, бөтә күңелһеҙ хәлдәр елгә осҡандай таралды ла ҡуйҙы.

Л. ШАЯНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: