– Юҡсы, белмәйем, – тине Малик. – Әллә шуларға барайыммы?
Малик Шәмсетдиндәрҙең ишеген ике ҡуллап тартты – асылмай.
– Асығыҙ инде! – тине малай нәҙек тауыш менән. Бала тауышын ишеткәс, Шәмтү ишекте үҙе лә көскә асып ебәрҙе.
– Һаумыһығыҙ, иҫән-һау тораһығыҙмы, Шәмсетдин бабай, Заһиҙә әбей? – тине лә Малик, өләсәһенең ҡунаҡҡа саҡырыу тураһындағы бөтөн һүҙҙәрен һөйләп бирҙе һәм үҙенән дә өҫтәп ҡуйҙы:
– Терпе кеүек йоп-йомро, бик шаян этем бар. Итте бик ярата, ит менән һыйланмаһа, сит кешене өйгә индермәй.
Бына ҡунаҡтар килер ваҡыт та етте. Шул мәлдә ҡапҡа асылып-ябылғандай булды. Урам ҡапҡаһынан кереп килгән Шәмтү һиҙмәй ҙә ҡалды – футбол тубы ҙурлыҡ һары төҫтәге бер нәмә тәгәрәп килде лә, ырылдап өрөп Шәмтүҙең аяғына ташланды, ботинкаһын тешләп алып үҙ яғына тартҡылай башланы. Тартыша торғас, ботинка Шәмтүҙең аяғынан һалынды. Ботинканы Кәтүк тешләп алып ситкә ырғытты… Шәмтү Кәтүкте типкеләне, шунда ул: «Кәтүк ит ярата», – тигән һүҙҙәрҙе иҫенә төшөрөп, кеҫәһенән ит алып, эткә ырғытты. Кәтүк уны һә тигәнсе ике ҡабып, бер йотто ла Шәмтүгә табан килә башланы. Шәмтү күтәрмәнең беренсе баҫҡысына баҫып та өлгөрмәне, Кәтүк уның икенсе ботинкаһын да эләктереп, ырылдай-ырылдай һалдырып алды ла, ситкәрәк барып, көрткә ырғытты. «Эттән тыуған был собакынан ҡотолоп булмаҫ, ахыры», тип Шәмтү кеҫәһендәге ҡалған итте лә Кәтүккә бирҙе. «Инде ҡотолдом» тип күтәрмәнән менеп барғанда Шәмтү үҙе тайып йығылды. Ике арала тағы китте һуғыш, өҙөш, тартыш, ҡысҡырыш…
– Ҡарауыл! Үлтерәләр, талайҙар! Ҡотҡарығыҙ!
Зөләйха өйҙән сыҡҡанда Шәмтүҙең бер балағын яланғас тубығы күренгәнгә тиклем өҙгөләп, икенсе балаҡҡа тотонғайны инде Кәтүк. Өйҙән йүгерә-атлай килеп сыҡҡан хужабикә:
– Ай, ни эшләттеләр һине, ә? Ни булды? – тип ҡулындағы ҡаҙ ботон Кәтүккә ырғытты: – Мы, тығын, эт балаһы!..
Быға ни тип тә баһа бирергә белмәгән хужалар ҙа, ҡунаҡтар ҙа һүҙһеҙ шаҡ ҡатып ҡалды. Өйгә кергәс, Шәмтү эт талаған салбарын сисеп, Әптүгә ырғытты. Әптү шкафтан өр-яңы салбар һәм бер пар быйма алып Шәмтүгә кейҙерҙе. Шәмтү шып-шым өҫтәл янына килеп баҫты, ризыҡтарға бер аҙ ҡарап торҙо ла, шешәнән һалып ике стакан араҡыны бер-бер артлы ҡабымлыҡ та ҡапмайынса күтәреп эсте лә, ҡоро ғына итеп:
– Рәхмәт һеҙгә, – тине һәм иҙәндә һүҙһеҙ генә баҫып торған Әптүҙе бармағы менән ымлап, үҙ эргәһенә саҡырып алды. Кинәт ҡулын күтәреп, Әптүҙең сикәһенә көс менән «шап» итеп бәрҙе.
– Һыйығыҙ өсөн рәхмәт, инде үҙегеҙ беҙгә барығыҙ! – тип Шәмтү ишеккә табан йүнәлде, уның артынса ҡатыны эйәрҙе.
Шәмтү ҡоҙаһына ҡунаҡҡа барырға иртән үк әҙерләнә башланы Әптү. Кисәге хәлдәрҙе иҫләп, Шәмтүҙә лә шундайыраҡ хәлдәр буласағын һиҙемләй ине ул.
Бына улар Шәмтүҙәрҙең ҡапҡаларын асып ихатаға инде. Бер кем дә күренмәй. Өйгә алданыраҡ Зөләйха инеп китте. Әптү, күтәрмәгә етер-етмәҫтән, кемдер уның арҡаһына бик ныҡ төрттө лә, ергә йыҡты. Күҙен асыбыраҡ ҡараһа, ҡото осто: Шәмтүҙең ҡышҡылыҡҡа һуйырға тип һимерткән ҙур кәүҙәле, тырпайып торған мөгөҙлө үгеҙе ине. Үгеҙ тәүҙәрәк мөгөҙҙәре менән һөҙгөләп Әптүҙе ер өҫтөндә тәгәрәтте, ике мөгөҙөн курткаһы аҫтына керетеп эләктереп алды. Куртка бер аҙға үгеҙҙең күҙҙәрен ҡапланы. Шунан файҙаланып, Әптү биленән ҡайышын ысҡындырып алып, үгеҙгә һуҡҡыланы. Үгеҙҙең күҙенә ҡайыш эләкте, ахыры. Ул тағы ла көслөрәк үкерә-үкерә, күҙҙәрен аҡайтып Әптүгә ташланды.
– А-а-а! Үлтерәләр, ҡотҡарығыҙ!
Был юлы үгеҙҙең мөгөҙҙәре Әптүҙең ҡайышһыҙ ҡалған салбар балаҡтарына эләкте. Үгеҙ, башын сайҡап, салбар менән бергә Әптүҙе лә юғары күтәрҙе һәм салбарһыҙ ҡалған Әптү «лап» итеп ергә ҡоланы. Күҙҙәре салбар менән ҡапланған үгеҙ үкерә-үкерә бер аҙ әйләнгеләп йөрөнө лә, солан ишегенә килеп төкөнө. Ишек емерелеп китеүгә, Әптү өйгә инеп өлгөргәйне инде.
Ул өйгә ингәс, «шап» итеп иҙәнгә ауҙы һәм бер аҙға иҫен юғалтты. Уға Шәмтүҙең курткаһын һәм салбарын кейҙерҙеләр. Иҫенә килгән Әптү өндәшмәй генә тороп аяғына баҫты, өҫтәл янына барманы.
– Һыйығыҙ бик һәйбәт булды, рәхмәт һеҙгә! – тине лә, Шәмтүҙең эргәһенә килеп баҫты. – Мин дә һинең һымағыраҡ яңаҡ һынай беләм, бына шулайыраҡ, – тип ҡоҙаһының яңағына йоҙроҡлап ҡундырҙы. Шәмтүҙең яңағы ҡыйшайып китте, асылған ауыҙынан ялтырап торған көмөш ялатылған тимер тештәре иҙәнгә тыпырҙап ҡойолдо…
Бына шулай, байрам ашы ҡайҙа ла бер икән.
Иҙрис ВӘЛИШИН.
Ғафури районы,
Яңғыҙҡайын ауылы.