+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
20 Ғинуар 2022, 17:10

Серләшә-серләшә

Нимә ул мөхәббәт? Был һаҡаллы һорауға яуап биреп тороуҙың кәрәге юҡ. Ул һәр кемгә билдәле. Ә бына уны нисек һаҡларға? Ул бер ваҡытта ла һүрелмәһен, йөрәк түрендә яҙғы сәскә кеүек һәр ваҡыт матур булып һаҡланһын өсөн нишләргә?

Серләшә-серләшә
Серләшә-серләшә

Бына ул кисә генә дөрләп яна башлағайны, бөгөн килеп быҫҡып янған торонбашҡа әүерелгән. Кисә генә күбәләк булып осҡан, матурлығы менән һине аҡылдан шаштырған, һоҡланып туя алмаған сәскә, бөгөн килеп, шиңә башлаған. Кисәге хыялыңды һин бөгөн килеп үҙ итергә теләмәйһең, элекке кеүек уны күрергә ашҡынып тормайһың.
Ҡайһы бер кешеләр, юҡ һүҙ был, бына беҙ бисәкәй менән нисә йыл инде күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәйбеҙ, тип минең фәлсәфәмә таяҡ тығырға теләр. Тс-с-с… Тынысланығыҙ. Мин һеҙҙең һөйөклө бисәгeҙ тураһында әле бер һүҙ ҙә әйтмәнем бит. Үҙемдең тормош тәжрибәм менән уртаҡлашып алырға ғына теләйем. Хәйер, мин үҙем дә еңгәгеҙ менән татыу йәшәйем. Бының серен ул үҙе генә белә. Бына шул турала түкмәй-сәсмәй һеҙгә лә һөйләп биреү иҫәбем.
Йәшермәйем, заманында мин дә еңгәгеҙгә баш бирмәйем, йәштән үк елкәгә ултыртып, һуңынан ғүмер буйы яфа сикмәйем, тигән булып, егелмәгән тай һымаҡ буйҙап йөрөп ҡараным. Еңгәгеҙ, баҙарға сығып, бер кило ғына ит алып ҡайт, тип өс һум аҡса бирә. Ә мин, ит алып ҡайтыу урынына, араҡы эсеп, ләх булып ҡайтам. (Ғәзиз бисәкәйең, баҙарға йөрөүҙе енем һөймәй, ундай эшкә үҙең генә йөрө инде, тигәнде аңларға теләмәгәс, нишләйһең инде).
Ғәҙеллек өсөн шуныһын да әйтеп китергә кәрәк, eңгәгеҙ, бындай саҡта пыран-заран туҙып, тауыш ҡуптара торғандарҙан түгел. Сабырлы ҡатын. Минең менән беренсе көн дә, һуңғы көн дә тормағанын белә шул ул. Мине егелмәгән тайҙы өйрәткән шикелле яйлап ҡына, сабырлыҡ менән генә өйрәтергә тотона.
– Кәлимуллин иптәш, һуңғыһы булһын был эшең.
Минең бисәнең холҡон белмәгән кешегә был һүҙҙәрҙең ғәжәп булып тойолоуы ихтимал. Ә миңә, бының мәғәнәһен аңлаған кешегә, донъяла шунан да яғымлы, шунан да йылы һүҙ юҡ. Үҙ итеп, яҡын күреп, иркәләтеп әйткәндә генә ысҡындыра ул бындай һүҙҙәрҙе. Мине тәрбиәләү ысулының бер төрө, йәғни һирәк-мирәк асыуланған саҡтары ла була, әлбиттә. Ул да кеше бит. Ул бөтөнләй башҡа һүҙҙәр ҡуллана. Бисәһе тураһында ғәйбәт һатыуҙан да тартынмай икән был әҙәм, тип әйтмәһендәр өсөн, мин мәсьәләнең ул яғын алмайым. Шуныһы ғына һеҙгә мәғлүм булһын, бындай саҡта мин эште тәрәнгә ебәрмәҫкә, ыңғай яҡҡа һыйпарға тырышам. Быны минең бисәм дә тиҙ аңлап ала һәм ҡулыма биш тин баҡыр килтереп һала. (Өс һум бирмәҫ инде).
– Йүгереп барып ҡына биш ҡап шырпы алып ҡайт инде. Шуны йомош итеп, күршеләргә инеп йөрөйһөм килмәй. Шулай бит, Кәлимуллин иптәш.
Мин, шырпы менән тартмаң тулған да баһа, тип әйтеп тормайым, йүгереп барып шырпы алып ҡайтам. Бисәң һиңә һыуынмаһын, уның мөхәббәтен юғалтмайым тиһәң, уны ғына эшләйһең инде ул.
Икенсе тапҡыр ул миңә егерме тин аҡса бирә. (Тимәк, ышаныс арта төшкән).
– Баҙарға барып бер кило ғына картуф алып ҡайт әле, – ти ул. – Унан таҙартып ашҡа һалырһың. Тик ҡара уны, онота күрмә. Юғиһә, балаларҙы ас ҡалдырырһың, Кәлимуллин иптәш.
Нисек итеп балаларҙы ас ҡалдыраһың инде. Мин егерме тинде усҡа йомоп баҙарға йүгерәм.
Еңгәгеҙ ир ҡәҙерен аңламай торған ҡатындарҙан түгел. Мин бешергән ашты ашап туйғандан һуң кәнфит тә ҡаптырып ҡуя.
– Молодец, Кәлимуллин иптәш. Тик яҡшы ир булыу өсөн был ғына етмәй шул.
Күрәһегеҙ бит, ул миңә яҡшылыҡ ҡына теләй.
Шундай ҡатынға ҡарата нисек мөхәббәт һүнһен инде. Ул торған һайын дөрләп яна ғына бара. Сер түгел бит, ир ҡатын-ҡыҙ өсөн күберәк эшләгән һайын уны күберәк ярата.
– Кәлимуллин иптәш, бөгөн һин эштән ваҡытында ҡайтаһыңдыр бит?
– Ваҡытында ҡайтам.
– Улай булғас, иҙәнде генә йыуып алырһың әле. Мин һуңлабыраҡ ҡайтырмын. Репетиция була.
Еңгәгеҙ ҡайтыуға бөтәһе лә ялт итеп тора, әлбиттә. Ә был, йәмәғәт, аңларға теләһәгеҙ, иҙәнде йыуғыс менән һөртөп сығыу ғына түгел бит, еңгәгеҙҙең мөхәббәтен һаҡлап алып ҡалыуға тағы бер аҙым яһау тигән һүҙ. Ышанмаһағыҙ уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ.
– Молодец, Кәлимуллин иптәш… Тик яҡшы ир…
Бына шулай итеп беҙ еңгәгеҙ менән күгәрсендәр кеүек гөрләшеп, беренсе көн өйләнешкән егет менән ҡыҙ кеүек бер-беребеҙҙе яратышып йәшәй бирәбеҙ.
– Кәлимуллин иптәш, мин эштән ҡайтыуға күлдәктәрҙе үтекләп ҡуй әле. Ҡайтам да тағы репетицияға йүгерәм. Үҙем өлгөрә алмам тип ҡурҡам.
Ул ҡайтыуға бөтәһе лә эшләнгән була.
– Молодец, Кәлимуллин иптәш. Тик…
Хәҙер өйҙә мин эшләй алмаған бер ниндәй ҙә эш юҡ тиерлек. Бисәнең өҫ-башын йыуам, балаларҙы ҡарайым, уларға ашарға бешерәм, баҙарға барып шаҡы-шоҡо алып ҡайтам. Мөхәббәтте һаҡлап ҡалырға тырышам. Тик мине бер генә нәмә борсой. Быларҙың бөтәһе лә яҡшы ир булыу өсөн аҙ әле.
Бер көн еңгәгеҙ 30 һум аҡса түләп, мине тегеү-сигеү курсына яҙҙырып ҡайтҡан.
– Ә беҙ, Кәлимуллин иптәш, унда һинең менән икәүләп йөрөйәсәкбеҙ, – ти минең һөйөклө бисәкәйем. – Мин үҙем танцы түңәрәгенә яҙылып ҡайт­тым. Улар икеһе бер йортҡа урын­лашҡандар бит. Тик…
Эх, бына «тик» тигән һүҙе бәкәлгә һуға шул. Хәйер, ниңә юҡҡа баш ватам әле мин. Еңгәгеҙ әйткәнде генә урынына еткереп үтәргә кәрәк миңә. Уның башы ғына иҫән булһын. Ул беҙҙең мөхәббәтебеҙ һүрелә башлауына күрәләтә юл ҡуймаҫ.

Зөлфәр ХИСМӘТУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: