+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
21 Ғинуар 2022, 12:05

“Я же не хитрю...”

ЖКО-ла паспортист булып эшләп йөрөйөм. Иртән эшкә килгәс секретарь ҡыҙ килеп: “Һеҙҙе завод директорының урынбаҫары Филиппов саҡыра тине”. - Ябай ғына паспортистарҙы ниңә саҡыра икән, Филиппов, - тип, беҙ аптырашта ҡалдыҡ. 

“Я же не хитрю...”
“Я же не хитрю...”

Берәй эш эшләргә булһа ЖКО-ның начальнигын саҡыртып ҡушыр ине, беҙгә ниндәй йомошо төшкән икән шундай ҙур начальниктың. Аптыраш. Үҙ йомошоң менән барһаң, уның кабинетына инеп тә булмай бит. Беҙ, паспортистар, икәү эшләйбеҙ. Ул көндө мин документтар менән хәрби комиссариатҡа киттем, бергә эшләгән ҡатын кабинетта ҡалды. Икенсе көн эшкә килеүемә Гөлнур:

- Кисә тағы Филиппов саҡырҙы. Барып керҙем. Ҙур кабинет, балаҫтар түшәлгән, яҡшы мебель. Мине көтөп торған. “Ниндәй ғәйебем бар икән, нимә әйтер?”,- тип шөрләп, бер ситкә инеп ултырҙым. Тыңлайым. Ул ултырғысында ултырып, хатта урынынан тороп, минең янға килеп, сәғәт буйына, бер үк һүҙҙәрҙе һөйләне. Үҙе ниңәлер борсола, бер ултыра, бер тора. Мин бер һүҙ ҙә әйтмәй тыңлап ултырҙым. Тик мин бер нимә лә аңламаным. Ул ниндәйҙер фатир тураһында һөйләй, беҙгә былай ҙа өйҙә эшләр өсөн кабинет урынына артыҡ бүлмә тейеш,- ти. Тағы, әйләндерә лә: “я же не хитрю, я же не хитрю”, тип ҡабатлай.

“Я же не хитрю”, - тигән фразаны ишеткәс тә, мин ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. Әлбиттә, Гөлнур бер нимә лә аңламай, ул юҡта булды бит был хәл.

Яңы тапшырылған “малосемейкаға” ордер алған йәшәүселәр күптән пропискаға инеп бөттөләр. Беҙ, бер нисә тапҡыр иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, бер фатирға һаман да пропискаға инмәйҙәр, кеше йәшәмәгән кеүек буш тора ине. Бына, кабинетҡа бер йәш ир килеп инде, шул квартираға пропискаға килгән. Ниһайәт, был квартираның да хужаһы килде, тип шатланып документтарын тикшерергә тотондом. Уның ҡатыны, балаһы менән беҙҙең ЖКО-ға ҡараған яңы тапшырылған өйгә күптән түгел пропискаға ингән. Унан төшөрөп, бында индерер өсөн ул квартираның документтарын күтәреп ҡараным. Ордерҙа ла бар. Филиппов тигән кешенең ҡыҙы икән. Ул ҡыҙы менән ейәнен индереп, үҙенә 4 бүлмәле квартира алған. Тәртип буйынса: ордерға индерелгән берәй кеше документын килтермәһә, башҡаларҙы унан башҡа пропискаға индермәйҙәр. Шуның өсөн ҡыҙҙарын башта бында индергәндәр, сөнки ордер исполкомдыҡы. Ә “малосемейка”ға завод идараһының ордеры бирелгән. Йәғни “ведомоственный ордер”. Кемдәрҙер бер бүлмә алыр өсөн нисә йыл эшләп, хужаларҙың ишек төбөн һаҡлаһа ла, бүлмә лә ала алмай, ә был ҡатынға ике квартира. Мин был хәлгә аптырап ҡалдым, һәм үҙемдең ҡәнәғәтһеҙлегемде белдереп:

- Ох, ты! Как только люди не хитрят, - тинем. Был ир кеше уның кейәүе. Ахырыһы минең һүҙҙәремде шунда уҡ алып барып еткергән дә, Филиппов шуға борсолған икән.

https://sdamzavas.net/2-76527.html

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: