– Тыңлайым, иптәш өлкән прапорщик.
– Барабансылар роталамы?
– Эйе.
– Уларҙы тиҙ генә плацҡа ҡыуып сығар, барабандарын бар көстәренә ҡаҡһындар.
– Ниңә, бөгөн ял көнө лә баһа?
– Ҡушҡанды эшлә! Мин урманда аҙаштым. Барабан тауышына сығам.
Юғалып ҡалманым
Район хәрби комиссариатына саҡырҙылар. Мин – йәш белгес, запастағы лейтенант. Ниңә саҡыртҡандарҙыр, хәҙер тәғәйен хәтерләмәйем, үҙемде хөрт тойоуым ғына иҫемдә, сөнки температурам юғары ине. Ҡулыма повестка тотоп коридор буйлап йөрөйөм, кәрәкле кабинетты эҙләйем.
Ҡапыл алдыма прапорщик килеп баҫты ла ҡысҡырырға кереште. Имеш, комиссариатҡа эсеп килгәнмен. Хәлем шәптән булмаһа ла шунда уҡ яуабын таптым:
– Смирно! Иптәш прапорщик, званиеһы буйынса өлкәндәр менән бындай тонда һөйләшергә нисек йөрьәт итәһегеҙ!
Прапорщик күҙ менән ҡаш араһында ҡайҙа юғалғандыр, күрмәй ҡалдым.
Граната
Дуҫым әрмелә үҙҙәре менән булған хәлде һөйләне. Уларҙың рота командиры, капитан булған. Уның үҙенсәлеге шунда: үҙе менән граната муляжы йөрөткән. Ниңә?Көтмәгәндә мәрәкә сығарыу өсөн тәмәке тартыу бүлмәһендәме йәки сафта торғандамы, капитан гранатаны һалдаттарға ырғытҡан.
– Уңда/һулда шартлау! Граната!
Йәнәһе, хәрби әҙерлекте тикшерә.
Бер ваҡыт ул, кәйефен күтәрергә теләп, ҡысҡырған да гранатаны һалдаттар төркөмөнә ташлаған. Егеттәр төрлө яҡҡа һибелгән. Береһенең башына уй төшкән. Күрәһең, системаны емерергә уйлағандыр. Ул йүгереп барып граната өҫтөнә ҡапланған да һөрәнләгән:
– Бабаааах!
Капитан ваҡиғаның көтөлмәгән боролошонан ауыҙын асып ҡатып ҡалған.
Һалдат отпуск алған.
Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.