Әле, етмәһә, теге ЖКХ тигән нәмәһе лә хаҡтарҙы күтәреп тора. Шулай булғас, парлашып йөрөп буламы ни?..
Бер көндө һүҙ сыҡты, ҡарттарға вакцина яһатырға кәрәк икән.
– Ҡарсыҡ, һин бөгөн бар, мин икенсе көнгә ҡалырмын, – ти миңә ҡартым.
– Ярай, – мин әйтәм.
Йыйына ғына башлағайным, битлегебеҙ таралып төшкән, лә баһа. Бына һиңә мә! Икенсе йыл кейәбеҙ бит, таралыр инде. Нимә эшләргә?
– Балниста бирерҙәр әле, – ти ҡартым. Барҙым инде, уларға ышанып. Унда инеүем булды, ишек төбөндә үк туҡтаттылар:
– Әбей, битлегегеҙ ҡайҙа?
– Бәй, һеҙҙә бирмәйҙәрме ни уны? Бахилы тигән нәмәһен бирәһегеҙ бит
– Һеҙгә барыһын да бирә башлаһаң, бынан сығып та тормаҫһығыҙ. Яҡында ғына дарыухана бар, шунан һатып алығыҙ.
Киттем абына-һөрлөгә шунда. Ишеген асыуым булды, миңә:
– Әбей, битлегегеҙ ҡайҙа?
– Һуң, – мин әйтәм, – шул битлекте һатып алырға килдем бит инде!
– Битлек һатып алыр өсөн унһыҙ инергә ярамай!
– Битлегем булһа, һеҙгә килеп тә йөрөмәҫ инем.
Кире өйгә ҡайтып китеүҙән башҡа әмәл ҡалманы. Аптырап ултыра торғас: «Ҡара әле, беҙҙең үлемтеккә тигән марля ята бит”, – тигән уй башыма килеп төштө. Һандыҡтан шуны сығарҙым да уны киҫәктәргә бүлеп, ян-яҡтарына бау тағып, битлек яһап ебәрҙем, эй күп килеп сыҡты инде.
– Ныу, баш та инде үҙеңдә, ҡарсыҡ!– тип маҡтаған була ҡартым. – Былай булғас, беҙ тағы ла икәүләшеп урамда йөрөй алабыҙ бит. Нисек элегерәк башыңа килмәгән был уй? Тик бына икенсе нәмә эсте бошора әле минең...
– Нимы тағы?
– Үлемтеккә тип алынған ине бит был марля.
– И-и-ий, ҡарт,ул беҙгә хәҙер кәрәк булыр, тиһеңме? Вакцина яһатып алһаҡ!.. Йәшәйһеләр бар әле!
Гүзәл СӨНӘҒӘТУЛЛИНА.