+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Ғинуар 2022, 11:20

Өлгөрҙө!

№ала эсендә йөрөүсе микроавтобуста баҫып тороусылар, минән башҡа, икәү. Беребеҙ – оҙон буйлы, биленән алға эйелгән егет, салонда урта тирәлә тора. Икенсебеҙ – башын ҡырын һа­лып, үҙенең көлкөлө хәленән уңай­һыҙланғандай, йылмая биреп, ишек эргәһендә тапаныусы апай кеше.

Өлгөрҙө!
Өлгөрҙө!

Өсөнсөбөҙ – мәктәптән ҡайтып барыусы һигеҙенсе синыф уҡыусыһы – мин булам. “Газель” туҡталыштарҙы иләк аша үткәрә-үткәрә килә: теләһә, туҡтай, теләмәһә, үтә лә китә. Сираттағыһын аҙ ғына уҙғайныҡ, кемдер: “Туҡта­ғыҙ!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Бығаса күҙен йомоп, алдараҡ ултырған йәш егет тауыш биргән икән. Ана, ул урынынан тора башланы, һәм, тертләп уянған бөтөн йән эйәләренә генә хас ҡурҡыу­һыҙ алабарманлыҡ менән тәүҙә “урталай бөгөлгән” егеттең артына төкөлдө, тегеһе ҡолап китә яҙҙы, унан баяғы апайҙың аяғына баҫты. Ҡатынҡайҙың йөҙө һытылды. Микроавтобус туҡтарға уйламай ҙа. Төшөп ҡалырға теләүсе пассажир, водителгә ишетелерлек итеп, үте­несен тағы белдерҙе. Шофёр пассажирҙарын елдә бәүелгән ҡыл­ғандай сайҡалдырып, ҡапыл тормозға баҫты ла, егеттән юллыҡ аҡса алғас: “Ниңә йоҡлап ултыраһың? Сығыу тураһында алдан әйтәләр уны”, – тип, ишекте асты. Был ваҡытта баҫып тороусылар араһында "бушап ҡалған креслоға кем ултырырға тейеш", тигән өс кешенән торған бәләкәй кәңәшмә барлыҡҡа килде. Беҙ, егеттәр, апайға юл биреү яғында бул­һаҡ, гүзәл зат вәкиле: “Мин тиҙҙән сығам, үҙегеҙ ултырығыҙ инде”, –тине. Ахырҙа мин: “Дуҫ, һин ултыр, һиңә бөтәбеҙгә ҡарағанда ла уңайһыҙыраҡ шикелле", – тип, теге оҙон буйлы егеткә өндәштем. Ә ул: “Мин ни, ошолай йөрөүгә өйрән­гәнмен инде, һин үҙең ултыр”, – тип, миңә урын бирҙе. Моғайын, минең ауыр рюкзакты күреп, был ҡарарға килгәндер. Ә миңә нимә – ултырам мин! "Терпила"мы ни мин?! Ултырайым, тип, рюкзагымды арҡамдан ысҡындыра башлағайным, усыма йомған юллыҡ тимер аҡсаларым иҙәнгә һибелде лә ҡуйҙы. Ошо урында матур ғына итеп, бер һүгенгем килһә лә, ололар алдында улай итмәҫкә булдым. Шым ғына аҡсамды йыя башланым. Ә былай мин һүгенергә яратам ул, бер үҙем булһам, хәтәр итеп әйтеп һалам! Ун һумлығымды тапмайым да ҡуям – әллә ҡайҙа тәгәрәгән, шайтан алғыры!..
Ул арала, ишек эргәһендә 3-4 йәштәрҙәге ҡыҙын алдына алып ултырған ҡатын: “Ишекте ябығыҙ әле, тыштан һыуыҡ килә бит”, – тип, водителгә өндәште. Шофёр: “Хәҙер, туҡталыштан бер пассажир етеп килә, шуны ғына алайыҡ та, ябырмын”, – тип, тәмәкеһен тоҡандырҙы. Бөтә күҙҙәр ҙә бәләкәй автобустың уймаҡ тәҙрәләренә төбәлде. Мин аҡсамды таптым – үҙем өҫтөнә баҫҡан булған­мын икән.
Тышҡа ҡараһам, унда, ысынлап та, бер кеше тәнтерәкләй ине. 50-55 йәштәрҙәге был ағай, микроавто­бусҡа еткәнсе тәмәке һурып килде-килде лә, иң һуңғы сик­тә үпкәһенә ихласлап төтөн алып, төпсөгөн юлға ырғытып, эскә үтте. Водителгә: “Рәхмәт, командир”, – тигәйне, баяғы, бер секунд элек кенә һурған төтөнө, паровоз торбаһынан сыҡҡан быу шикелле, салонға ағылды. "Ололар араһында ла тупойҙар осрай икән", – тип, тағы һүгенеп алдым. Эстән генә, әлбиттә. Шул саҡ әсә­һенең алдында ултырған бала, йәнде көйҙөрөп, тыны быуылып, сәсәй башланы. Әсә кеше тәмәкесегә уҫал ҡараш ташланы. Ә яңы пассажир: “Автобусҡа өлгөрҙөм әй!” – тип, оло кинәнес менән мин ым­һынған буш урынға килде лә ултырҙы. "Эх, әҙ генә ҙурыраҡ бул­һам, кәрәген бирер инем бынауҙың..." – тип, хыялымда был өлгөр кешене дөмбәҫләргә тотондом... Күпме "дөмбәҫләр" инем икән быны, бел­мәйем. Татлы хыялымды: "Киләһе туҡталышта туҡтарһығыҙ!" – тигән һүҙҙәр бүлдерҙе.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: