Ҡатын. Әгәр мин көтмәгәндә үлеп китһәм, һин ныҡ көйөнөрһөңмө?
Ир. Һин ни һөйләйһең, ҡайғымдан шунда уҡ ятып үләсәкмен!
Ҡатын. Бер ваҡытта ла өйләнмәйәсәкһеңме?
Ир. Ни-и-и… бәлки, ике йылдан һуң өйләнермен дә. Көс-ҡеүәтем ташып тора. Хужабикәһеҙ өйҙә ҡыйын буласаҡ. Кем булһа ла табылыр әле.
Ҡатын. Һм-м-м, һин үҙеңә ҡатын табасаҡһың, уның менән кухнябыҙҙа ошолай ашап ултырасаҡһыңмы?
Ир. Әлбиттә. Бәҙрәфтә ашамабыҙ бит инде.
Ҡатын. Уның фотоһын эштә өҫтәлеңә рамлап ҡуясаҡһыңмы?
Ир. Бәлки.
Ҡатын. Уның менән беҙҙең түшәктә йоҡлаясаҡһыңмы?
Ир. Бәлки.
Ҡатын (асыуы ҡабарып). Уға гольф уйнарға минең сәкәнемде бирәсәкһеңме?
Ир. Юҡ, бирмәйем.
Ҡатын (ҡыуанып). Ә ни өсөн?
Ир. Сөнки ул һулаҡай.
В. ШӘРИФЙӘНОВ.